Мәсетле тормошо
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
25 Октябрь 2022, 09:25

Баш ҡалала легендар дивизия командирына һәйкәл асылды

Өфөнөң Совет майҙанында легендар комдив, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйылды. Уны асыу тантанаһы Башҡортостан Республикаһы көнөнә тура килтерелде.

Баш ҡалала легендар дивизия командирына һәйкәл асылды
Баш ҡалала легендар дивизия командирына һәйкәл асылды

Һәйкәл ҡуйыу тәҡдиме менән республика Башлығы Радий Хәбиров сыҡты. Проект менән Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков һәм Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторы Константин Донгузов шөғөлләнде.
Һәйкәл ярым түңәрәк булып ике яҡтан теҙелгән колоннанан тора. Улар халыҡтың дөйөм яуызлыҡ алдында берләшеүен символлаштыра.
Архитектура композицияһының төп геройы – легендар Миңлеғәле Шайморатов. Скульптор Миңлеғәле Шайморатовтың кавалерия дивизияһын яуға күтәргән сағындағы торошон сағыл- дырған. Кәүҙә торошо, йөҙ мимикаһы – бөтәһе лә беҙҙең алда ҡурҡыу белмәҫ герой булыуын күрһәтә. Һәйкәлдең бар мөһабәтлеген һүҙ менән генә аңлатып еткерерлек түгел, үҙ күҙҙәрең менән күрергә кәрәк. Постамент фасадында геральдик ҡалҡан ҡуйылған, шунда уҡ Рәсәй Геройының Алтын йондоҙо ла урын алған. Ҡалҡанда: “Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа” тип яҙылған.
Постаменттың ике яғында рельефтар урынлашҡан, унда генерал Шайморатов,
уның тарихи тамырҙары, унан алда һәм бергә алышҡан баш-ҡорт яугирҙарының сағыу вәкилдәре, Төркиә һәм Ҡытайҙа хәрби атташе булып хеҙмәт иткән, инглиз, ҡытай, татар, уйғыр һәм ҡаҙаҡ телдәрендә иркен һөйләшкән разведчик һәм дипломаттың тормошо, хөкүмәт ҡушыуы буйынса ер шарының яртыһын тиерлек урап сыҡҡан, үҙ ғүмере һәм эштәре менән Ватанды һаҡлауға тос өлөш индергән кеше тураһында мәғлүмәт күрһәтелгән.
Һәйкәлде асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров был көндөң бик әһәмиәтле ваҡиға, Ватан азатлығы өсөн яу яланында башын һалған яҡташтарыбыҙҙың героик эштәрен хөрмәтләп иҫкә алыу көнө булыуын билдәләп уҙҙы. Үҙ сығышында ул Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биргән илебеҙ Президенты Владимир Путинға рәхмәт белдерҙе.
Һәйкәлде асыу тантанаһында “Шайморатов” кластарынан 500 уҡыусы ҡатнашты. Шайморатовсылар исеменән ант биргәндәр араһында Айып ауылынан Гөлшат Мөхәмәтйәнованың улы Искәндәр ҙә бар ине.
– Бөгөнгө тантаналы көндә иптәштәрем һәм уҡытыусыларым алдында “шайморатовсы” исемен намыҫ менән йөрөтөргә ант итәм! Халҡыма тоғро булырға, Тыуған иле өсөн һәләк булғандар иҫтәлегенә лайыҡлы булырға, тыуған еренең тоғро улы булырға ант итәм! Лайыҡлы уҡырға, үҙемде Ватанға хеҙмәт итеүгә әҙерләргә, шайморатовсының “Салауат вариҫтары еңелеү белмәй!” девизын һәр саҡ үтәргә ант итәм! – тине ул.
Искәндәрҙең артынан был һүҙҙәрҙе башҡа шайморатовсылар ҡабатланы. Уларҙың береһе – Өфө ҡалаһының 48-се лицейында 5-се “шайморатовсылар” класы уҡыусыһы Әмир Сәйфуллин. Йәш шайморатовсы тамырҙары менән Мәсетле районынан: әсәһе Наилә – Ләмәҙтамаҡтан, ә атаһы Фидан – Дыуан-Мәсетленән. Хәҙер улар иңендә ҙур яуаплылыҡ – легендар комдив иҫтәлегенә лайыҡ булыу.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.

Шул арала
“Рәсәйҙең Афғанстан ветерандары һәм махсус хәрби операциялар ветерандары союзы” төбәк бүлексәһе идараһы рәйесе, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Дмитрий Глушко “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына генерал Шайморатов ғүмеренең һуңғы сәғәттәре һүрәтләнгән документтарҙы тапшырҙы.
Ул – Башҡорт кавалерия дивизияһында айырым бүлек етәксеһе вазифаһында торған һәм Луганск эргәһендә Шайморатовтың һәләк булыуын үҙ күҙҙәре менән күргән ике туған ағаһы Михаил Кузнецовтың яҙма хәтирәләре. Күптән түгел Михаил Ильичтың ейәне Владимир, ҡайһы бер әйберҙәрҙе тикшереп, 1948 йыл тигән дата торған документтарҙы таба.
Документта Шайморатовтың дивизияһы менән дошмандың тәрән тылында булыуы, ҡан ҡойошло алыш һөҙөмтәһендә дошман күп кеше һәм техникаһын юғалтыуы тасуирлана. Немец командующийы был алышҡа бер нисә уҡсылар дивизияһы, танк һәм мотоуҡсылар частарын, авиацияны ташларға ҡарар итә. Әммә, шулай булыуға ҡарамаҫтан, Шайморатов дивизияһы немецтарға ҙур зыян килтереүгә ирешә.

Автор:Лариса Михалькова