Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
17 Октябрь 2022, 11:35

Ватандың тоғро улдары

Башҡортостан Республикаһы көнө алдынан Мәсетле тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Украина биләмәһендә махсус хәрби операция барышында һәләк булған яугир яҡташтарыбыҙ Вадим Мөхәмәтов менән Илдар Фәйрузовҡа арналған экспозиция асылды.

Ватандың тоғро улдары
Ватандың тоғро улдары

Вадим Мөхәмәтов 1995 йылда Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуған. Башҡорт гимназияһында 9 класс тамамлай, аҙаҡтан Дыуан күп профилле колледжына уҡырға инә. Һамар кадет корпусында уҡый. Армияға алына, Свердловск өлкәһенә тәғәйенләнә.
Бала саҡтан Вадим атаһы кеүек хәрби булырға хыялланған. Шуға ла хеҙмәт итеү ваҡыты тамамланғас, контракт буйынса хәрби хеҙмәтен дауам итә. Вадим насар ғәҙәттәре күҙәтелмәгән изге күңелле, ярҙамсыл егет булараҡ хәтерендә ҡалды яҡташтарының. Һәр ваҡыт барыһына ла ярҙам итергә тырыша, Мәсетле районының Йәштәр үҙәге ойошторған сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
Илдар Фәйрузов 1995 йылда Ҡаҙағстан Республикаһында тыуған. 1999 йылда ғаиләһе Оло Аҡа ауылына күсеп ҡайта. Ул Оло Аҡа мәктәбен, һуңынан Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ филиалын тамамлай. 2013 йылдың ноябрендә Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәре сафына саҡырыла һәм шунда контракт төҙөй. Хеҙмәт йылдарында “Хәрби уңыштары өсөн”, II дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалдары менән наградланған.
Хәрби кешеләр өсөн хәрби бурыс төшөнсәһе илһөйәрлек менән тығыҙ бәйле. Шуға күрә һалдаттар иң ауыр минуттарҙа ла Тыуған иленә тоғро ҡала. Вадим менән Илдар тәүге көндәрҙән үк Украина биләмәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашып, анттарына тоғро ҡалды һәм батырҙарса һәләк булды. Икеһе лә үлгәндән һуң генерал Шайморатов ордены менән наградланды.
Музейҙа Вадимдың үҫмер саҡтағы һәм хәрби фотолары, һалдат курткаһы, значок, биреткаһы, Илдарҙың хаттары, фотолары ҡуйылған.
Экспозицияны асыу тантанаһында Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, Башҡортостандың спорт министры урынбаҫары Сергей Алопин, хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альберт Сәғҙәтов, уҡытыусылар, геройҙарҙың туғандары, йәш армеецтар ҡатнашты.
Яҡташтарыбыҙ Ватаныбыҙ киләсәге өсөн үҙ ғүмерҙәрен батырҙарса ҡорбан итте һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәтте. Уларҙың исемдәре тыуған яҡ тарихына мәңгелеккә яҙылды, ә беҙҙең бурыс – улар хаҡында хәтер-ҙе ҡәҙерләп һаҡлау.
Светлана СЕРГЕЕВА
әҙерләне.

Автор:Лариса Михалькова