Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
24 Август 2022, 11:30

Яҡташтары уны онотмай

10 августа район Мәҙәниәт һарайында билдәле тарихсы, фән кандидаты, БР-ҙың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, Рәшит Әхтәри исемендәге район премияһы лауреаты Булат Дәүләтбаев-ҡа бағышланған хәтер кисәһе уҙҙы.

Яҡташтары уны онотмай
Яҡташтары уны онотмай

Ул 1937 йылдың 27 июлендә Оло Аҡа ауылында тыуған. БДУ-ны тамамлағас, үҙен уҡытыусылыҡ һәм ғилми эшмәкәрлеккә бағышларға ҡарар итә. 1962 – 1966 йылдарҙа тыуған ауылында тарих уҡытыусыһы булып эшләй. 1969 йылда Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының кесе ғилми хеҙмәткәре, 1973 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының өлкән ғилми хеҙмәткәре булып китә. 1978 йылдан алып БДПИ-ның тарих факультетында уҡыта. Уның төп хеҙмәттәре Башҡортостан тарихына арналған.
Яҡташыбыҙ Башҡортостанда документаль материалдар нигеҙендә генеалогик тикшеренеүҙәр өҫтөндә эшләй башлаған тәүге ғалимдарҙың береһе булып тора. Был республиканың ауылдары барлыҡҡа килеү һәм төпләнеү тарихы менән тығыҙ бәйләнгән. Һөҙөмтәлә Булат Сабир улының “Һинең шәжәрәң”, “Аҡаларҙың нәҫел сылбыры (Аҡаларҙың шәжәрәһе: Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районының Оло Аҡа ауылында халыҡ иҫәбен алыу)” һәм башҡа бик күп эштәре донъя күрҙе.
Иҫтәлекле кисәлә Мәсетле районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альберт Сәғҙәтов ҡатнашты. Ул үҙ сығышында Булат Сабир улының кесе Ватан тарихын өйрәнеүҙәге ролен, уның даими ҡыҙыҡһыныуын һәм тыуған яҡҡа һөйөүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Булат Дәүләтбаевтың ҡыҙҙары – тарих фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Башҡортостан мәҙәниәте тарихы һәм тарих бүлеге мөдире Гөлназ Азаматова, Өфө ҡалаһының 13-сө коррекция мәктәп-интернаты уҡытыусыһы Әлфиә Бикинина аталарының яҡшы ғаилә башлығы булғанлығы хаҡында яҡты хәтирәләр һөйләне, сығыш яһаусыларға уның хаҡында йылы иҫтәлектәре өсөн рәхмәт бел-дерҙе. Гөлназ Булат ҡыҙы Мәсетле тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына үҙе сығарған китабын бүләк итте.
Ғалимдың бер туған ҡустыһы – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы Марат Дәүләтбаев, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы буйынса архив эштәре идаралығының баш белгесе, эксперт Артур Кәримов, Мәсетле тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Нәзирә Әхкәмова, ғалимдың студенттары – тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусылары Динара Доос, Гүзәл Ғилметдинова, Лена Ғәйнанова һәм башҡалар Дәүләтбаев тормошонан хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Сарала ҡатнашыусылар белемгә һөйөү, маҡсатҡа ынтылыш, ныҡышмалылыҡ ауыл егетенә тормошта юғары үрҙәргә өлгәшергә ярҙам итеүен билдәләне. Күптәр тормош юлында Булат Дәүләтбаевты осратыуына ысын күңелдән ҡыуанды.
Шулай уҡ сығыш яһаусылар урамдарға Дәүләтбаев исемен бирергә, Дәүләтбаев исемендәге район премияһын булдырырға һәм уның тураһында хәтерҙе мәңгелеккә һаҡлау өсөн Дәүләтбаев уҡыу-ҙарын үткәрергә тәҡдим итте.
Беҙҙең бурысыбыҙ – киләһе быуын тарихсылары, мәктәп уҡытыусылары һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр өсөн яҡшы ғилми мираҫ ҡалдырған яҡташыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алыу.
Ләйсән АБЗАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова