Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
19 Апрель 2022, 11:05

Үҙенсәлекле етәксе булды

XX быуат аҙағында илдә барған сәйәси, социаль үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә йәмәғәт ойошмалары ҡабаттан тергеҙелә башланы. Был хаҡлы ялға сыҡҡан кешеләргә үҙҙәре һәм йәмғиәт өсөн файҙалы эш менән шөғөлләнергә мөмкинлек бирҙе. Мәҫәлән, 90-сы йылдар башында хоҡуҡ һағы системаһында “Эске эштәр министрлығы һәм эске ғәскәрҙәр ветерандары” йәмәғәт ойошмаһы барлыҡҡа килде. Шул ваҡыттан алып йыл һайын 17 апрелдә Эске эштәр министрлығы ветерандары ошо датаны билдәләй.

Үҙенсәлекле етәксе булды
Үҙенсәлекле етәксе булды

Ветерандар ойошмаһының төп бурысы – йәш хеҙмәткәрҙәргә үҙҙәренең тормош тәжрибәһен тапшырыу, йәштәргә патриотик тәрбиә биреү.
1988 йылда Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының ветерандар ойошмаһын отставкаға сыҡҡан эске эштәр министры генерал Владимир Данилович Рыленко етәкләй.
Күпмелер ваҡыттан был ойошма Мәсетле районы эске эштәр бүлегендә лә барлыҡҡа килде. Ветерандар советының тәүге рәйесе итеп күптән түгел хаҡлы ялға сыҡҡан отставкалағы милиция подполковнигы Рим Әмир улы Насыров һайланды. Ветерандар ойошмаһы өсөн Маҡсаттар һәм бурыстар тураһында положение, шулай уҡ Устав төҙөлдө.
Эске эштәр министрлығында хеҙмәт итеү осоронда Рим Әмир улы менән беҙҙең юлдар бер нисә тапҡыр киҫеште. Тәүге тапҡыр – 1964 йылда: ул ваҡытта оператив хеҙмәткәрҙәр әҙерләгән Елабуға махсус милиция мәктәбенә уҡырға урынлашып йөрөй инем, ә ул, ике йыл уҡып, тамамлап тора ине. Икенсе тапҡыр – 1970 йылда: мин Мәскәүҙә СССР Эске эштәр министрлығының Юғары мәктәбендә уҡый башланым, ә ул – һуңғы курста. Һуңынан беҙ Эске эштәр министрлығының оператив кәңәшмәһендә күп тапҡыр осраштыҡ.
Насыров Рим Әмир улы 1940 йылдың 7 авгусында БАССР-ҙың Йәрмәкәй районы Йәрмәкәй ауылында хәрби хеҙмәткәр ғаиләһендә донъяға килгән. Атаһы Әмир Баттал улы хәрби комиссар булғанлыҡтан, уны әсәһе Сәүиә Миңлехан ҡыҙы менән бер райондан икенсеһенә даими күсереп торалар. Шуға ла Рим Әмир улы 1958 йылда урта мәктәпте Күгәрсен районы Мораҡ ауылында тамамлай. Армияла хеҙмәт итеп ҡайт-ҡандан һуң, Салауат нефтехимия комбинатында турбокомпрессор машинисы булып эш башлай.
Хөкүмәттең Эске эштәр министрлығын кадрҙар менән нығытыу тураһында ҡарары сыҡҡандан һуң, партия ойошмаһы Насыровты Салауат ҡала эске эштәр бүлегенә ебәрә.
1962-1964 йылдарҙа Елабуға махсус милиция мәктәбендә уҡығандан һуң, Салауат ҡала эске эштәр бүлегенә ҡайта һәм енәйәтселәрҙе эҙләү хеҙмәтендә эш башлай. Һуңынан уны Стәрлебаш районы эске эштәр бүлегенә тәфтишсе итеп күсерәләр.
Эске эштәр министрлығы етәкселеге, Насыровтың һәләттәрен иҫәпкә алып, уны хеҙмәт юлы буйынса үҫтереү өсөн СССР Эске эштәр министрлығының Юғары мәктәбенә (хәҙер – Академия) ебәрә һәм 1968-1971 йылдарҙа унда уҡый. Йәш, мәғлүмәтле һәм эрудициялы белгесте, уҡыуҙы тамамлағас, республика Эске эштәр министры В. Д. Рыленко Мәсетле районына эске эштәр бүлеге начальнигы итеп ебәрә. Ғәҙәттә, был уҡыу йортон тамамлаусыларҙы тәжрибә туплау өсөн район эске эштәр бүлектәре начальниктары урынбаҫарҙары итеп хеҙмәткә ебәрәләр. Шулай итеп, Рим Әмир улы, хаҡлы ялға сыҡҡансы, 18 йыл дауамында бер районда эшләй.
Р. А. Насыров тураһында элек тә урындағы гәзиттә мәҡәләләр баҫылып торҙо, әммә мин уның тормошонан башҡаларға билдәле булмаған ҡайһы бер ваҡиғалар менән тулыландырырға теләйем.
Рим Әмир улы ауыр һуғыш йылдарында үҫә, етеҙ, шаян үҫмер була. Хәрби комиссар Насыровтың ғаиләһе Федоровка районы үҙәгендә йәшәгәндә, үҫмерҙәр ике фатирлы йорт ҡыйығында йәшерелгән патрондар таба. Уларҙы усаҡҡа ташлап, халыҡ араһында шау-шыу тыу- ҙыралар.
Йорттоң икенсе яртыһында комсомол райкомының беренсе секретары Рыленко Владимир Данилович йәшәй, артабан ул республиканың эске эштәр министры итеп тәғәйенләнә. Күп йылдар үткәс, Рим Насыровты Өфөләге оператив кәңәшмәлә осратып, ул былай тип киҫәтә: “Милицияға хулиганды нисек ҡабул иттеләр һуң? Ҡара уны, ҡыйын хәлдә ҡалдырма!”.
Оҙаҡ ваҡыт Мәсетле районы эске эштәр бүлеге бинаһы Совет-Тракт урамдары сатында бәләкәй метражлы сауҙагәр йортонда (хәҙер – ДОСААФ) урынлаша. Урын етмәй. Рим Әмир улы уны киңәйтеү юлын эҙләй башлай. Штат берәмеген арттырыу ҙа шуны талап итә. Әммә район бюджетының финанс мөмкинлектәре булмай.
Насыров, күп йылдар тырышҡандан һуң, ике ҡатлы район эске эштәр бүлеге бинаһын төҙөтә. Быға Әртә (Свердловск өлкәһе) металл конструкциялар заводы директоры менән танышлыҡ та булышлыҡ итә, ул материалдар: торба, арматура һәм башҡа изделиелар менән ярҙам итә.
Артабан Рим Әмир улы, район эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәренең үҙҙәрен дә йәлеп итеп, улар өсөн өйҙәр һалыуға бар көсөн йүнәлтә.
Насыров кадрҙар составын нығытыу өҫтөндә даими эшләне, хеҙмәткәрҙәрҙе уҡыу йорттарына уҡырға ебәрҙе. Тәрбиәләнеүселәренең күбеһе хәҙер башҡа райондарҙа юғары вазифаларҙа эшләй. Ул ваҡытта Мәсетле районы хоҡуҡ һаҡлау органдары өсөн кадрҙар әҙерләү урыны булды.
Район эске эштәр бүлеге начальнигы булараҡ, Насыров күп тапҡыр район Советы депутаты итеп һайланды. Бер ваҡыт Кесе Ҡыҙылбай һәм Оло Ҡыҙылбай ауылдары ҡараған округ буйынса һайлаусыларҙан бигерәк тә йонсоу көндә йөрөү мөмкин булмаған юлды ремонтларға наказ ала. Проблема үҙенсәлекле хәл ителә: эскән килеш руль артында тотолған ҙур йөк машинаһы водителдәре үҙ ризалыҡтары менән ял көндәрендә ҡырсынташ сығарыуға йәлеп ителә.
Закон буйынса, ул ваҡытта бындай ҡағиҙә боҙоуҙар өсөн район эске эштәр бүлеге начальнигы үҙе ҡарар ҡабул итә ала ине. Шулай итеп, водителдәр ҙә автомобиль менән идара итеүгә хоҡуҡтары тартып алынмауы менән ҡәнәғәт ҡалды, һайлаусыларҙың да наказы тулыһынса үтәлде.
Ҡорғат ауылы участка инспекторының сираттағы дәрәжә алыуын билдәләү осрағы – икенсе миҫал. Ул байтаҡ ҡына эсеп, ғаиләһен өйҙән ҡыуып сығара. Шылтыратыуға дежур наряд сыға. Ләкин улар янъялсыны тынысландыра алмай. Шунан Насыров үҙе бара. Участковый янына килеп, унан капитан погондарын өҙөп ала: “Мин һиңә звание бирҙем, мин уны кире алам! Эшеңдән сығарам!”.
Бындай ваҡиғалар Рим Әмир улының үҙенә сираттағы дәрәжә алырға мөмкинлек бирмәй. Шуға ул һәр ваҡыт: “Мин, Фидель Кастро кеүек, мәңге майор!” – ти торғайны. Шулай ҙа отставкаға китер алдынан уға подполковник исеме бирелде.
Насыров ныҡышмалы һәм ҡаты холоҡло кеше булды, шуның арҡаһында райондың урындағы етәкселеге менән даими килешмәүсәнлек булып торҙо.
Пенсияға сыҡҡас, ул эшһеҙ ултырмай: йәмәғәт эштәрен башҡара, Оло Ыҡтамаҡ ауылы старостаһы була. Халыҡтың үтенесен үтәп, Память Коммуны урамы юлына асфальт-бетон түшәүгә өлгәшә.
1991 йылдан Насыров оҙаҡ ваҡыт Мәсетле районы буйынса нотариаль контораның нотариусы булып эшләне.
Ул хәстәрлекле ғаилә башлығы булды. 1972 йылда Яңы Мөслим ауыл Советы секретары булып эшләп йөрөгән ҡыҙҙы – буласаҡ ҡатыны Дания Рәфҡәт ҡыҙын осрата. Улар Лариса исемле ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Ҡыҙҙары атаһы юлынан китте – юридик контора асып, нотариус булып эшләй.
Ларисаның өс улы бар: Артур юридик факультет тамамлап, һөнәре буйынса эшләй. Марат Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетында уҡый, Ринат Екатеринбург радиотехника колледжында һөнәр ала.
Рим Әмир улы 2020 йылдың авгусында 80 йәшлек юбилейын билдәләне һәм, күп тә тормай, яҡты донъянан китте.
Бына шундай сағыу эҙ һәм яҡты хәтирәләр ҡалдырҙы ул минең күңелдә.
Вәрис ВӘЛИЕВ,
Эске эштәр министрлығы һәм хеҙмәт ветераны, отставкалағы милиция подполковнигы.

Хөрмәтле Эске эштәр министрлығы ветерандары!
Һеҙҙе байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ һәм тоғро хеҙмәтегеҙ, бурысығыҙҙы намыҫлы үтәгәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.
Ғүмерегеҙҙең иң яҡшы йылдарын һеҙ Ватанға бүләк иттегеҙ, енәйәтселәргә ҡаршы көрәшкә күп көс һалдығыҙ. Һеҙгә ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, дуҫтарса аралашыу шатлығы, иртәгәһе көнгә ышаныс, муллыҡ, именлек һәм тыуаһы таңдарығыҙ аяҙ, тыныс булыуын теләйбеҙ. Уҙған ғүмерҙе иҫкә алып, алдағы көндәргә ҙур өмөттәр бағлап йәшәгеҙ!
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәсетле районы буйынса
бүлек хеҙмәткәрҙәре.

Автор:Лариса Михалькова