Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
26 Март 2022, 10:00

Иҫкә алайыҡ

26 мартта донъялағы иң ҡәҙерле кешебеҙ – Яңы Мишәр ауылынан һөйөклө ҡатыным, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Мәрйәм Мәлик ҡыҙы Кәримованың, беҙҙе ҡара ҡайғыларға һалып, был яҡты донъяларҙан китеп барыуына 40 көн була.

Иҫкә алайыҡ
Иҫкә алайыҡ

Беҙҙең әсәйебеҙ – күп балалы әсә, хеҙмәт ветераны, намыҫлы, тура һүҙле, егәрле, эшсән, бик аҡыллы, сибәр, алдынғы ҡарашлы, аш-һыуға оҫта, ҡунаҡсыл булды. Күп йылдар Яңы Мишәр мәктәбендә ашнаҡсы булып эшләне.
Беҙҙе зар илатҡан иң ауыр мәлдәрҙә һәр беребеҙгә ныҡлы терәк булған барлыҡ туғандарыбыҙға, ағай-еңгәйҙәргә, апай-еҙнәйҙәргә, ауылдаштарға сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ауыр ҡай-ғыбыҙҙы еңеләйтерлек ихлас һүҙҙәрегеҙ, кәңәштәрегеҙ һәм ярҙамығыҙ үҙегеҙгә сауап булһын!
Бәхил бул, һөйөклөбөҙ. Мәңгелек йортоңда яҡты нурҙар эсендә тыныс йоҡла. Йәнкәйҙәрең йәннәттә булһын. Иманың юлдаш булһын. Һине өҙөлөп юҡһынабыҙ, һағынабыҙ...
Ҡайғыларҙы нисек кисерергә,
Йөрәк урталайға ярылғас.
Онотоп та булмай, ҡайтарып та,
Хоҙай ҡулдарына алынғас.
Баҡыйлыҡҡа күсте, йөрәктәрҙә
Уңалмаҫлыҡ яра ҡалдырып.
Тешебеҙҙе ҡыҫып, сабыр булып,
Тик йәшәргә ҡала һағынып.
Тормош иптәше Ғәфүр, ҡыҙҙары, кейәүҙәре,
ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре.

Автор:Лариса Михалькова