Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
4 Март 2022, 11:55

Иҫкә алайыҡ

Март айы беҙҙе яратҡан кешебеҙҙән – ирем, атайыбыҙ Хөснуллин Ралит Рафаил улынан айырҙы. 10 йыл ваҡыт уҙһа ла беҙ һинһеҙ йәшәргә өйрәнә алманыҡ. Тормошобоҙҙа берәй әһәмиәтле ваҡиға булһа, һине нимә әйтер ине икән, тип уйлайбыҙ.

Иҫкә алайыҡ
Иҫкә алайыҡ

Һин яҡты донъяны ҡалдырып киткәндән һуң тыуған ике ейәнсәрең дә рәсемең һәм видеояҙмалар аша һине таный, “олатай” тип йөрөтәләр. Һине күреү, һөйөүеңде һәм ҡулдарыңдың йылыһын тойоу, бар күңелеңде һалып баянда уйнағаныңды ишетеү бәхете тейгән тәүге ейәнсәрең һине нисек яҡшы хәтерләһә, улар ҙа, үҙҙәре күргәндәй, һине шулай яҡшы белә.
Изге күңелле, алсаҡ, һуңғы телемен бүлеп бирергә әҙер, һәр ваҡыт ярҙамға ашығыр кеше булды. Яратҡан ирем менән донъялыҡтың бар ауырлыҡтарын бергәләп уҙҙыҡ. Балаларын өҙөлөп яратҡан, талапсан һәм ғәҙел атай булды. Һин беҙҙең йөрәктә нәҡ ошондай булып ҡалырһың. Беҙ һине бик ныҡ юҡһынабыҙ.
Ваҡыт дауаламай. 10 йыл ваҡыт үтте, ә күңелдәге әрнеү-һағыш әле һаман баҫылмай...
Ҡатыны, ҡыҙҙары, ейәнсәрҙәре.
* * *
2 мартта беҙҙең иң яҡын кешебеҙ – Оло Ҡыҙылбай ауылынан улым, ағайыбыҙ Хөснуллин Ралит Рафаил улының яҡты донъянан китеүенә 10 йыл тулды. Ул яҡшы ғаилә башлығы, тырыш, хәстәрлекле атай һәм туған булды. Был оло юғалтыуға күңел бер ҙә ышанмай. Ул – беҙҙең өсөн иҫән. Күңелебеҙҙә, хыялдарыбыҙҙа ул үҙ мәшәҡәттәре менән янда йөрөй кеүек, беҙҙең юҡһыныуыбыҙҙы тоя һымаҡ. Һин юғарынан, ҡояш кеүек тормошобоҙҙо яҡтыртып, бәлә-ҡазаларҙан ҡурсалап тораһың. Күктә тағы ла бер фәрештәгә артты. Һин бөгөн дә, иртәгә лә – ғүмер буйы һәр саҡ йөрәгебеҙҙең иң түрендә булырһың. Төплө аҡылың, изге һәм аҡыллы кәңәштәрең, күңел йылыһы биреп ҡалғаның өсөн рәхмәтлебеҙ. Тыныс йоҡла, ҡәҙерлебеҙ, урының мәңге ожмахта, йәнең йәннәттә, ауыр тупрағың еңел, ҡараңғы гүрҙәрең яҡты һәм нурлы булһын.
Яҡын кешебеҙҙе белгәндәрҙең уны беҙҙең менән бергә иҫкә алыу-ҙарын һорайбыҙ.
Әсәһе, һеңлеләре.

Иҫкә алайыҡ
Иҫкә алайыҡ
Автор:Лариса Михалькова