Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
1 Март 2022, 09:00

Уҙған заман геройҙары хаҡында

Ваҡыт туҡтауһыҙ алға елә һәм үткән быуат ваҡиғалары беҙҙән алыҫлашҡандан-алыҫлаша бара. Быйыл уның тамамланыуына 77 йыл тула. 77 йыл илебеҙ тарихында совет халҡының данлы батырлығы тураһында хәтер ебе күҙгә күренмәҫ булып һуҙыла. Бөйөк Еңеү өсөн көрәш оло ғазап алып килде, илебеҙҙәге миллионлаған граждандың ғүмере һәм яҙмышын хәл итте. Беҙҙең изге бурысыбыҙ – ошо хәтерҙе һаҡлау һәм киләсәк быуындарға тапшырыу.

Уҙған заман геройҙары хаҡында
Уҙған заман геройҙары хаҡында

Оло Аҡа ауылынан Лилиә Миңлебаева үҙенең олатаһы Нурый Миндийәров һәм яҡташы Нәбиулла Зиннәтуллин хаҡында яҙа. “Олатайым Миндийәров Нурый Миндийәр улы 1904 йылдың 20 майында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
1924 йылда ул комсомол сафына инә, һуңынан 1930 йылда тәүгеләр иҫәбендә үҙ ирке менән колхозға ҡушыла. 1941 йылдың декабрендә фронтҡа алына, әммә аҙаҡ ул кире ҡайтарыла, сөнки полковник М. Шайморатов командованиеһы аҫтында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторола һәм ул шунда саҡырыла. Дивизия Өфөлә Дим биҫтәһендә булдырыла. Полк командиры –Таһир Күсимов, эскадрон менән Мәсетле районы Ғүмәр ауылынан лейтенант Ишмөхәмәт Иштуғанов етәкселек итә.
Уҙған быуаттың 70-се йылдарында “Коммунист” район гәзите биттәрендә Иштуғанов иҫән ҡалған хеҙмәттәштәрен ҡотлап, яу яланында ятып ҡалғандарҙы хәтеренә төшөрҙө.
1942 йылдың аҙағында олатайым ауыр яралана, уны Силәбе ҡалаһына, госпиталь итеп үҙгәртелгән 19-сы мәктәпкә, дауаланырға ебәрәләр. Һауыҡҡас, йәнә фронтҡа китә.
1944 йылда тағы ла ауыр яралана, был юлы Әрмәнстандың Ереван ҡалаһында дауалана. Һауыҡҡандан һуң II төркөм инвалиды булып өйөнә ҡайта. Хәрби наградалары була.
Ике йыл мәҙрәсәлә уҡый. 1951 йылда агрономдарҙың ике айлыҡ курстарын тамамлай. 60-сы йылдарҙа уны Әләгәҙ ауыл ҡулланыусылар йәмғиәтенә ревизор итеп эшкә саҡыралар. Оҙаҡ йылдар К. Маркс исемендәге колхоздың ревизия комиссияһында була.
Зиннәтуллин Нәбиулла Әҙиулла улы 1911 йылда Оло Ҡыҙылбайға яҡын булған Ҡыйғы ауылында (70-се йылдарҙан был ауыл юҡ) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
1922 йылда 4-се синыфты тамамлау өсөн Мәтәле рус мәктәбенә уҡырға инә. 1931 йылдан 1934 йылға тиклем Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. 1935 йылда, курс тамамлағас, тракторсы булып эшләй.
1942 йылдың февралендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына алына. Оло Ҡыҙылбайҙан был дивизияға 3 кеше китә, уларҙың береһе кире әйләнеп ҡайтмай. Зиннәтуллин Нәбиулла фронтта минометсы булып хеҙмәт иткән. Яу барышында яралана. 1945 йылдың ноябрендә тыу-ған яғына әйләнеп ҡайта.
Һуғыштан һуң тыныс ваҡытта К. Маркс исемендәге колхозда бригадир, һуңынан тракторсы һәм комбайнсы булып эшләй. Хәрби наградалары була”.
Хаттар бүлеге.

Уҙған заман геройҙары хаҡында
Уҙған заман геройҙары хаҡында
Автор:Лариса Михалькова