Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
8 Февраль 2022, 11:15

Ғүмер һуҡмағын намыҫлы үтте

Һуғыштан һуң үҙенең бөтә ғүмерен ауыл хужалығына бағышлаған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Яңы Мөслим ауылы ир уҙаманы Мөслимов Рәфҡәт Вәкил улының беҙҙең аранан китеүенә 9 февралдә бер йыл тула.

Ғүмер һуҡмағын намыҫлы үтте
Ғүмер һуҡмағын намыҫлы үтте

Рәфҡәт Вәкил улы 1925 йылдың 25 ғинуарында Фәтхинур Илһам ҡыҙы һәм Мөхәмәтвәкил Мөбәрәк улы Мөслимовтарҙың ғаиләһендә донъяға килә. Был ваҡытҡа ата-әсәһе сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү өсөн башҡа ике тиҫтә ғаилә менән Ямашҡа күсеп килгән була.
Шуға күрә уҡырға ул Ямаш ауылындағы мәктәпкә төшә, 7-се класты тамамлағас, Дыуан ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. 1943 йылда икенсе курс студенты үҙ теләге менән фронтҡа китә.
Фашист илбаҫарҙарына ҡаршы 112-се уҡсылар полкы составында Көньяҡ-Көнбайыш фронтында көрәшә, артабан өсөнсө Украина фронтында 14-се һәм 15-се мотомехбригада составында автоматсы һәм бүлек командиры була.
Курск дуғаһы хәрби хәрәкәттәрендә ҡатнаша, Молдавия, Болгария һәм Венгрияға тиклем барып етә. Ике тап-ҡыр яралана, госпиталдә дауалана ла йәнә сафҡа баҫа.
Рәфҡәт Вәкил улы күрһәткән ҡыйыулыҡ һәм хәрби батырлыҡтары өсөн орден-миҙалдар, шул иҫәптән I дәрәжә Ватан һуғышы, III дәрәжә Дан ордены менән наградланған.
Һуғыш тамамланғандан һуң хеҙмәтен эске ғәскәрҙә дауам итә. Өйөнә 1950 йылда капитан дәрәжәһендә ҡайта.
Һуғыштан һуң тормошон Балаҡатай районы ауыл хужалығын күтәреүгә арнай. Ауыл хужалығы техникумында башлаған уҡыуын дауам итә, ике йылда уны тамамлай һәм Ямаш МТС-ында агроном булып эшләй башлай. Тиҙҙән Яңыбай ауылы колхозы рәйесе итеп тәғәйенләнә, унда ул 10 йыл самаһы эшләй. Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн беренселәрҙән булып Ленин орденына лайыҡ була.
1962 йылда ауыл хужалығы институтын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Уны Балаҡатай районы ауыл хужалығы колхоз-совхоз идаралығы начальнигы урынбаҫары, һуңынан уның начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. 17 йылдан һуң Рәфҡәт Мөслимов ғаиләһе менән Өфөгә күсеп килә. Баш ҡалала Ауыл хужалығы министрлығының колхоз-совхоз бүлегендә хеҙмәт юлын дауам итә.
Хаҡлы ялда ла әүҙем ижтимағи эш алып бара. Ун биш йыл дауамында Киров районы инвалидтар йәмғиәте ағзаһы була, мәктәптәргә саҡыралар, уҡыусылар алдында һуғыш йылдары хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлаша.
Рәфҡәт Вәкил улын белгәндәр уны шат, изге күңелле, эшһөйәр һәм яҡшы ғаилә башлығы тип хәтерләй. Ҡатыны Хәлиҙә Ғималетдин ҡыҙы менән 69 йыл бергә татыу ғүмер кисерәләр.
Ғаилә башлығы туғандары өсөн генә түгел, тирә-яҡтағы күп кешеләр өсөн дә яҡшы өлгө булды. Һәр ваҡыт мохтаждарға ярҙам итергә тырышты.
Рәфҡәт Вәкил улы 97 йәшендә донъя ҡуйҙы. Тыуған илен дошмандан һаҡлауға ҡыйыу барған, тыныс тормошта күп изге эштәр башҡарған кеше тураһында яҡты хәтирәләр уның балалары, туғандары һәм яҡташтары йөрәгендә йәшәйәсәк.
Рәфҡәт ХАММАТУЛЛИН.

Автор:Лариса Михалькова