Мәсетле тормошо
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
20 Декабрь 2021, 15:30

Иҫкә алайыҡ

20 декабрҙә әсәйебеҙ Мөбәрәкшина Нәғимә Хәлимулла ҡыҙының беҙҙең аранан китеүенә 10 йыл тула.

Иҫкә алайыҡ
Иҫкә алайыҡ

Ул беҙгә генә түгел, тирә-йүндәгеләр өсөн дә өлгө ине. Әсәйебеҙ иҫ киткес тыйнаҡ, ипле, аҡыллы һәм һәләтле ҡатын булды. Әсәйем нисек йыуатырға, ҡасан кәңәш, өгөтнәсихәт бирергә кәрәк икәнен яҡшы белде. Ул көн дә беҙгә яҡтылыҡ, йылылыҡ һәм изгелек бүләк итә ине. Беҙ быны бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ.
Һин беҙҙең менән бик аҙ ғына йәшәһәң дә һөйөү һәм йылыңды ғүмерлеккә ҡалдырҙың. Һөйөклөбөҙҙөң яҡты рухы күңелдәребеҙҙә мәңге һаҡланыр. Ауыр тупрағы еңел, урыны мәңгелек йәннәт түрендә булһын.
Ҡыҙҙары.

Автор:Лариса Михалькова