Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
14 Декабрь 2021, 16:30

Иҫкә алайыҡ

13 декабрҙә беҙҙең яратҡан әсәй-өләсәйебеҙ Әхмәҙиева Сафура Абдрахман ҡыҙының фани донъяны ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсеүенә 15 йыл тулды.

Иҫкә алайыҡ
Иҫкә алайыҡ

Ул Дыуан-Мәсетле ауылында йәшәне, ғүмер буйы колхозда эшләне. Ул һөйкөмлө, хәстәрлекле, хеҙмәт яратҡан, иң яҡшы әсәй-өләсәй булды. Балаларын һәм ейән-ейәнсәрҙәрен тәмле аштары, бәлештәре менән ҡыуандырып торҙо. Беҙ уның сикһеҙ һөйөүен, балалары өсөн өҙөлөп тороуын бер ҡасан да онотмайбыҙ. Уның тураһында яҡты хәтирәләр беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.
Тыныс йоҡла, урындарың
Ожмахтарҙың булһын түрендә.
Һағынабыҙ, һине юҡһынабыҙ,
Һаҡланырһың һәр саҡ күңелдә!
Ҡыҙҙары, ейән-ейәнсәрҙәре.

Автор:Лариса Михалькова