Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
6 Декабрь 2021, 15:50

Тормоштан китһә лә күңелдә ҡалды

Ошо көндәрҙә лицей коллективы оло юғалтыу кисерҙе – 83 йәшендә Әнәс Мәҙғәт улы Әхмәтйәнов беҙҙең аранан китте.

Тормоштан китһә лә күңелдә ҡалды
Тормоштан китһә лә күңелдә ҡалды

Был һоҡланғыс кеше тураһында бик күп йылы һүҙҙәр әйтке килә. Ул хәстәрлекле ир, яҡшы атай һәм һоҡланғыс педагог – остаз һәм практик булды.
Әнәс Мәҙғәт улы 1938 йылдың 24 февралендә Туймазы районында донъяға килә. Урындағы урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Баҡалы училищеһының “Механизация” бүлегенә уҡырға инә, колхозда тракторсы булып эшләй, аҙаҡтан СССР Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итә.
Армиянан ҡайтҡас, Әнәс Мәҙғәт улы Бәләбәй ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу техникумында уҡый, йүнәлтмә буйынса беҙҙең районға ебәрелә. Бында уны Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбенә етештереү нигеҙҙәре һәм черчение уҡытыусыһы итеп тәғәйенләйҙәр. 1968 йылда партия эшенә – КПСС-тың Мәсетле районы комитетына инструктор вазифаһына күсерелә, аҙаҡтан “Башсельстрой” идараһының ПМК-243 ойошмаһына кадрҙар буйынса өлкән инструктор һәм партия бюроһы секретары итеп тәғәйенләнә. 1975 йылда 1-се һанлы Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбенә кире эшкә килә, хаҡлы ялға сыҡҡансы етештереү нигеҙҙәре һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләре фәндәрен уҡыта.
Әнәс Мәҙғәт улы ҡайҙа ғына эшләмәһен, әҙәпле, кешеләргә, уҡыусыларға ихтирамлы, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыуы менән айырылып торҙо. Ауылда уны бөтәһе лә яҡшы белә, уҡытҡан уҡыусылары уны ярата, уҡытыусылар, шулай уҡ ата-әсәләр ҙә уны онотмай.
Ҡатыны Нәзиә Солтан ҡыҙы менән ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Балалары юғары белем алды. Өлкән ҡыҙы Рәйсә Талбазы урта мәктәбендә география фәненән уҡыта. Кесе ҡыҙы Римма Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында уҡыта – социология фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә эйә. Улы Ринат училищела физика фәненән белем бирә. Улар барыһы ла атаһы юлын дауам итеп, кешеләргә белем һәм эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Ата-әсә өсөн ошо бәхет түгелме ни!?
Әнәс Мәҙғәт улы “Хеҙмәт ветераны” миҙалы, дүрт дәүләт наградаһы, СССР Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
Уҡытыусылар, ветерандар, уҡытҡан уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре, лицей профкомы уның ғаиләһенең ҙур юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлаша.
Яҡшы һәм итәғәтле кеше тураһында яҡты иҫтәлектәр беҙҙең күңелдәрҙә оҙаҡ йылдар һаҡланыр.
Евгения ПАНАЧЕВА,
педагогик
хеҙмәт ветераны.

Автор:Лариса Михалькова