Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
6 Декабрь 2021, 15:15

Иҫкә алайыҡ

Бөгөн беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған ҡыҙым, апайыбыҙ Гәрәйева (Нуриева) Лариса Йәмил ҡыҙының беҙҙең аранан китеүенә ике йыл тула.

Иҫкә алайыҡ
Иҫкә алайыҡ

Уға ни бары 27 йәш кенә ине. Ул шат, уңған ҡыҙ ине, бик ныҡ һауығырға теләне һәм киләсәккә пландар төҙөнө. Көслө рухлы, сыҙам, түҙемле, яғымлы балам ине. Беҙ уны бик ныҡ юҡһынабыҙ. Беҙҙең яныбыҙҙа, эргәбеҙҙә булмауына һаман ышанып етмәйбеҙ. Уның тураһында яҡты хәтирәләр беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.
Ожмах теләйем, ҡыҙым, һиңә,
Доғаларҙан һине өҙмәбеҙ.
Ғүмер аға, ҡыҙым, үҙебеҙ ҙә
Белмәйсә лә ҡышҡа кергәнбеҙ.
Тыныс йоҡла, ҡыҙым, борсолма һин,
Тормош аға бары бер көйгә.
Һине юғалтҡандан бирлем, ҡыҙым,
Тик нур етмәй беҙҙең өйҙәргә.
Ҡыҙым, апайыбыҙ, беҙ һине бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ. Ҡыҙымды белеүселәр уны беҙҙең менән бергә иҫкә алһындар ине.
Әсәһе Фрида, бер туған ҡустылары Динар һәм Давид.

Автор:Лариса Михалькова