Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
25 Ноябрь 2021, 15:00

Иҫкә алайыҡ

Сәлимова Раилә Мөхәмәтдин ҡыҙының яҡты иҫтәлегенә

Иҫкә алайыҡ
Иҫкә алайыҡ

22 ноябрҙә ҡәҙерле, яратҡан ҡатыным, әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ Сәлимова Раилә Мөхәмәтдин ҡыҙының беҙҙең аранан китеүенә бер йыл тулды. Уға ни бары 68 йәш ине. Был тетрәндергес ваҡиға беҙҙең ғаилә өсөн көтөлмәгән хәл булды. Уның яныбыҙҙа булмауына әле лә ышанып бөтә алмайбыҙ. Күпме күҙ йәштәре түгелде, күпме йөрәк һағышы...
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ үҙе тураһында яҡты иҫтәлектәр генә ҡалдырҙы. Матур ҡатын, ышаныслы әхирәт, тынғыһыҙ һәм иң яҡшы әсәй, тоғро ҡатын һәм ғаилә усағын һаҡлаусы. Нәҡ уның күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте, ярҙамы, иғтибары менән беҙҙең йорт нурлы, йәнле, яҡлаулы булды. Ғаилә ағзалары наҙ, хәстәрлек менән туҡ, тыныс йәшәне, белем алды, күңелдәре көр булды. Әсәйебеҙ һәр ваҡыт кәрәкле һүҙен табып йыуатыр ине, кәңәш-серҙәре менән бүлеште. Һәр береһенең күңеленә юл таба белде. Ҙур ныҡышмалылығы менән беҙ йәшәгән йортто көндән-көн матурайтты, һәр беребеҙ тураһында хәстәрлек күрҙе, бер кемде лә онотманы. Ул ҡалдырған яҡтылыҡ, изгелектәрҙе беҙ бер ҡасан да онотмабыҙ. Беҙҙең йөрәк түрендә ысын ҡатын, яҡшы әсәй-өләсәй, ҡәйнә булып ҡалыр, биргән тормош һабаҡтары өлгө булып һаҡланыр...
Китте шул...Йөрәктәрҙә дөрләп
Янған уттан күмер ҡалдырып.
Беләһең бит кире ҡайтмаҫлығын,
Тик көтәһең күҙең талдырып.
Йә, Хоҙайым, әйтсе! Ниңә һуң ауыр?
Сабырлыҡтар һорайым ҡаршыңда.
Буш ҡул менән китеп барһа ла,
Алып киткән кеүек барһын да...
Раилә Мөхәмәтдин ҡыҙын белгәндәрҙең уны беҙҙең менән бергә иҫкә алыуҙарын һорайбыҙ.
Ире, балалары, кейәүҙәре.

Автор:Лариса Михалькова