Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
18 Ноябрь 2021, 16:10

Сөнәғәтов Т. Ғ.

13 ноябрҙә хеҙмәт ветераны һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе Тәлғәт Ғәтиәт улы Сөнәғәтов вафат булды.

Сөнәғәтов Т. Ғ.
Сөнәғәтов Т. Ғ.

Ул 1931 йылдың 21 февралендә Теләш ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, 1945-1948 йылдарҙа Мәсәғүт педагогия училищеһында уҡый. Хеҙмәт юлын Балаҡатай районы Яңыбай урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай. Аҙаҡтан Алыҫ Көнсығышта Ворошилов (бөгөн Уссурийск) ҡалаһында хәрби хеҙмәт юлын үтә. Хеҙмәт иткән ваҡытта автомобиль училищеһында уҡып, автотранспорт взводы командиры һөнәрен үҙләштерә. Хеҙмәттән кесе лейтенант дәрәжәһендә ҡайта.
Тыуған ауылына әйләнеп ҡайтҡас, тарих фәне уҡытыусыһы булып эшләүен дауам итә. Тарих уны бәләкәйҙән ҡыҙыҡһындыра, шуға ла Максим Горький исемендәге Урал дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инә. Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң, хаҡлы ялға сыҡҡансы педагогик хеҙмәт юлын дауам итә.
Пенсияла Тәлғәт Сөнәғәтов райондың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән етәкселек итә. Музейҙа эшләү ваҡытында “Китап” нәшриәте баҫтырған “Улар еңеү менән ҡайтты. 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышынан иҫән ҡайтҡан хәрби хеҙмәткәрҙәр исемлеге” томында Мәсетле районы хәрбиҙәре исемдәре ингән китаптың яуаплы сәркәтибе.
Бынан тыш, КПСС ағзаһы булараҡ, партия тарихы буйынса ауылдар буйлап пропаганда эшен алып бара. 2003 йылда, ике тиҫтәгә яҡын әүҙем коммунистарҙы йыйып, Мәсетле районында партия ойошмаһын булдыра һәм уның беренсе секретары була.
Тәлғәт Сөнәғәтов Мәсетле районы энциклопедияһына материалдар әҙерләү эшендә әүҙем ҡатнаша.
Ошо эш ваҡытында Тәлғәт Ғәтиәт улында Мәсетле районы офицерҙары тураһында айырым китап сығарыу теләге тыуа. Архив документтары менән эш иткәндә, офицерҙар биографияһын уҡып уларҙың фиҙаҡәр, ҡыйыу, батыр булыуҙарына хайран ҡала. Китаптың тәүге өлөшөндә Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытындағы хәлдәр бәйән ителә. Икенсе бүлегендә автор илебеҙгә Бөйөк Еңеүҙе яҡынлаштырыуҙа батырҙарса алышҡан Мәсетле районы офицерҙарының ҡыҫҡаса биографияһы менән таныштыра. “Был китапты мин киләсәк быуынға мираҫ итеп, улар беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙ, яҡташтарыбыҙ ҡаһарманлығын онотмаһын өсөн яҙҙым”, – ти автор.
Тәлғәт Сөнәғәтов китап яҙыу эшен 2015 йылда башлай. Офицерҙарҙың шәхси эше, Мәсетле һәм Дыуан районы хәрби комиссариаттары, Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының үҙәк архивынан алынған бүләкләү ҡағыҙҙары, Башҡортостан Республикаһы йәмәғәт берекмәләренең үҙәк дәүләт архивы фондында һаҡланған документтар, “Мәсетле тормошо” гәзите битендәге мәҡәлә, публикациялар, район һәм мәктәп музейҙарында һаҡланған материалдар төп мәғлүмәт сығанағы булып тора. Китап 2020 йылдың 30 мартында 100 дана тираж менән баҫылып сыға.
Тәлғәт Ғәтиәт улы күп төрлө наградаларға лайыҡ була: “Партия ҡаһарманы” ордены, КПСС-тың Үҙәк комитеты, КПСС-тың Өлкә комитеты һәм Министрҙар советының почет грамоталары, “В. И. Ленин” миҙалы менән бүләкләнгән. “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ.
Уның ғаиләһенең, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Тәлғәт Ғәтиәт улы тураһында яҡты иҫтәлектәр беҙҙең күңелдә оҙаҡ йылдар һаҡланыр.
Мәсетле районы ветерандар советы, райондың тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте.

Сөнәғәтов Т. Ғ.
Сөнәғәтов Т. Ғ.
Автор:Лариса Михалькова