Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
18 Ноябрь 2021, 10:00

Иҫкә алайыҡ

Ключевой ауылынан әсәй-өләсәйебеҙ, апайыбыҙ Вәкилова Асия Фәрит ҡыҙының арабыҙҙан китеүенә 40 көн тулды. 

Иҫкә алайыҡ
Иҫкә алайыҡ

Уға ни бары 62 йәш кенә ине. Ул көслө рухлы, тормошто яратҡан, изге күңелле, ихлас кеше булды, ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашты. Ә баҡсаһы ниндәй ине уның?! Ул виноград, груша, слива, фундук, бик күп төр алма үҫтерҙе. Өйөндә лә һоҡланғыс хужабикә, яратҡан әсәй-өләсәй, яҡшы туған булды. Уның эргәбеҙҙә булмауына күңел ышанмай. Беҙ уны бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ.
Уны белеүселәр беҙҙең менән бергә иҫкә алһындар ине.
Балалары, апайҙары, туғандары.

Автор:Лариса Михалькова