Мәсетле тормошо
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
18 Ноябрь 2021, 15:40

Башҡорт бейеүенең аҡһаҡалы

Башҡортостандың халыҡ артисы, танылған бейеүсе, Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль ветераны Ратмир Бәҙретдиновтың беҙҙең аранан китеүенә бер йыл тулды. Быйыл 15 ноябрҙә арҙаҡлы яҡташыбыҙға 90 йәш тулған булыр ине.

Башҡорт бейеүенең аҡһаҡалы
Башҡорт бейеүенең аҡһаҡалы

Ул 1931 йылда БАССР-ҙың Дыуан-Мәсетле районы Ҡотош ауылында тыуған. 1952 йылда Башҡорт театр-художество училищеһын тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә солист булып хеҙмәт юлын дауам итә. 1973 йылдан алып директор, Өфө дәүләт сәнғәт институтының проректоры була. 1986-2001 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театрының директор урынбаҫары һәм баш администраторы вазифаларында эшләй. Ратмир Бәҙретдинов ижадында халыҡ бейеүе традициялары сағыу театраллек башланғысы менән тәбиғи үрелеп килә.
Хисбулла Зөбәйҙуллин, Мөхәмәт Иҙрисов, Әнүәр Фәхретдинов, Закир Исмәғилев һәм башҡа арҙаҡлы бейеүселәр менән эшләү уға оло мәктәп була. 1955 йылда Варшавала үткән V Бөтә донъя йәштәр һәм студенттарҙың фестивалендә Ратмир Бәҙретдинов сәхнәләш партнерҙары Зилара Әйүпова һәм Фәрит Кәримов менән берлектә тамашасыны һәләте менән таң ҡалдыра. Ф. Ғәскәров исемендәге ансамбль составында ул Польшала, Вьетнамда, Монголияла, Һиндостанда, Францияла, Испанияла – барлығы 40-тан ашыу илдә уңышлы сығыш яһай.
Артистың комик һәләте “Столяр” (“Ғашиҡ төҙөүселәр”), Кейәү егет (“Кейәү егет”), Бай улы (“Сәкән”) образдарында асыҡ сағыла. "Өс туған” бейеүендә Өлкән ағай – аҡыллы һәм шаян ҡарт образын бик оҫта башҡара. Ратмир Сәрүәр улы ҡатнашлығында “Тау марыйҙары”, “Әпипә” бейеүҙәре башҡарыу оҫталығы һәм актерлыҡ һәләте өлгөһө булып тора.
Ратмир Бәҙретдинов – киң танылыу алған халыҡ бейеүсеһе, хал-ҡыбыҙҙың тарихын сағылдырыусы, милли ғорурлығыбыҙ, сәнғәт ҡаҙанышыбыҙ булған бейеүҙәребеҙҙе һаҡлауға, үҫтереүгә ғәйәт ҙур өлөш индерә.
Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн БАССР-ҙың халыҡ артисы, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исемдәр бирелә, “Хеҙмәт отличиеһы өсөн”, “Хеҙмәт ветераны”, “1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 50 йыл” миҙалдары һәм башҡа наградалар менән бүләкләнә.
Ратмир Бәҙретдинов бейеү сәнғәте тип янып йәшәй. Был тәңгәлдә илһамланып, киң яҡлы эшмәкәрлек алып бара. “Байыҡ” республика телевизион бейеү бәйгеһе баһалама ағзаһы булараҡ, башҡорт бейеүҙәрен һаҡлауға, халыҡ ынйыларын халыҡҡа еткереүгә ҙур өлөш индерә. Йәш быуын менән һөнәри маһирлығын бүлешә.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА
әҙерләне.

Автор:Лариса Михалькова