Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
9 Ноябрь 2021, 15:30

Иҫкә алайыҡ

7 ноябрҙә ҡәҙерле ирем, яратҡан атай-олатайыбыҙ Иштуғанов Рәйес Мөғин улының беҙҙең аранан китеүенә бер йыл тулды.

Иҫкә алайыҡ
Иҫкә алайыҡ

Ул бик аҡыллы, тыныс холоҡло кеше ине, эшендә үҙен хөрмәт иттеләр. 17 йәшенән бөтә ғүмерен тыуған Салауат Юлаев исемендәге колхозда механизатор булып эшләп үткәр- ҙе. Һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә булды, тырыш хеҙмәте өсөн “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде. Ғаиләлә ул изге күңелле, һоҡланғыс атай-олатай, ышаныслы тормош иптәше булды. Беҙ уның эргәбеҙҙә булмауына һаман ышанып етмәйбеҙ, уны бик ныҡ юҡһынабыҙ. Иштуғанов Рәйес Мөғин улын белгәндәрҙең уны беҙҙең менән бергә иҫкә алыуҙарын һорайбыҙ. Ҡәҙерлебеҙҙең ауыр тупрағы еңел, урыны мәңгелек йәннәт түрендә булһын...
Ҡатыны, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре.

Иҫкә алайыҡ
Иҫкә алайыҡ
Автор:Наталья  Русинова