Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
31 Октябрь 2021, 14:00

Иҫкә алайыҡ

31 октябрҙә ҡәҙерле һәм яратҡан ирем, атай-олатайым Вәлинуров Алек Мөҙәрис улының арабыҙҙан китеүенә бер йыл тула.

Иҫкә алайыҡ
Иҫкә алайыҡ

Ул 1952 йылдың 5 октябрендә Илеш районында тыуа. Яҙмыш ҡушыуы буйынса хеҙмәт юлы Оло Ыҡтамаҡ ауылында башлана. Орлоҡ инспекцияһында – инспектор, аҙаҡтан үҫемлектәрҙе һаҡлау буйынса станция начальнигы вазифаһын башҡара. Ул хөрмәтле кеше булды. Ғаиләлә – ышаныслы терәк, яҡшы ир, изге күңелле һәм хәстәрлекле атай ине. Беҙ уны бик ныҡ юҡһынабыҙ...
Ниңә көтмәгәндә китеп барҙың,
Унда барып була һуңлап та.
Барып була, әммә ҡайтып булмай
Бөтөнләйгә түгел, һорап та.
Мәңге йәшәрһең һин, ҡәҙерлебеҙ,
Иң түрендә беҙҙең йөрәктең.
Иңдәреңдә булһын фәрештәләр,
Ожмахтарҙа булһын йәндәрең.
Ҡатыны, ҡыҙы, ейәне.

Иҫкә алайыҡ
Иҫкә алайыҡ
Автор:Наталья  Русинова