Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
30 Октябрь 2021, 14:00

Иҫкә алайыҡ

2020 йылдың 30 октябрендә, беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, яратҡан, ғәзиз кешебеҙ – һөйөклө ҡыҙым, ҡатыным, апайыбыҙ, иркәбеҙ, дәүәнейебеҙ, туғаныбыҙ Лилиә Фәхрәзей ҡыҙы Билалутдинова арабыҙҙан китеп барҙы.

Иҫкә алайыҡ
Иҫкә алайыҡ

Аяуһыҙ сир уны беҙҙән айырҙы. Ул бар туғандарына, таныштарына алсаҡ, ихлас, асыҡ, изге күңелле ине. Һәр кемгә йылы һүҙҙәр табып һөйләште. Бик тырыш булды, баҡсаһын да, өйөн дә гөл-сәскәләргә күмеп бөхтә йәшәне. Яҡындары, туғандары өсөн йән атып торҙо, барыһын да бергә йыйып, һәр кемгә ярҙамға ашыҡты, йәшәп, эшләп ҡалырға тырышты. Уның яғымлы һүҙҙәрен, наҙлы күҙ ҡараштарын, ихлас көлөүен, йомшаҡ тауышын һағынабыҙ, юҡһынабыҙ. Һөйөклөбөҙҙөң яҡты рухы күңелебеҙҙә мәңге һаҡланыр. Ҡәҙерлебеҙҙе белеүселәрҙең уны беҙҙең менән бергә иҫкә алыу-ҙарын һорайбыҙ.
Әрнеү-һағыш беҙҙең йөрәктәрҙә,
Ҡанлы йәштәр тама күҙҙәрҙән.
Бер мөғжизә булып эргәбеҙгә
Ҡайтырһың тип өмөт итәбеҙ.
Тыныс йоҡла, урындарың
Ожмахтарҙың булһын түрендә.
Һағынабыҙ һине, юҡһынабыҙ,
Һаҡланырһың һәр саҡ күңелдә.
Әсәһе Рәзилә, ире Иван, ағаһы Тәлғәт, еңгәһе Ирина, иркәһе Юлиә, кейәүе Флорит, уларҙың балалары Фидан, Денис,
Аделина, ҡәйнәһе Зоя, туғандары, класташтары. Әләгәҙ ауылы.

Иҫкә алайыҡ
Иҫкә алайыҡ
Автор:Наталья  Русинова