Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
14 Сентябрь 2021, 11:00

Бер ғаилә яҙмышы

Тыуған ере өсөн йәшәгән һәм хеҙмәт иткән яҡын кешеләренең ябай булмаған яҙмышы тураһында Оло Ҡы-ҙылбай ауылынан Флүрә Әбдрәхимова яҙа.

Бер ғаилә яҙмышы
Бер ғаилә яҙмышы

“Минең атайым, Оло Ҡыҙылбай ауылы кешеһе, Карл Маркс исемендәге ауыл хужалығы артеле ағзаһы, ҡыҙылармеец Шакир Закарин өйләнгәндән һуң ҡатыны Әминә менән район үҙәгендә йәшәй башлай. Атайым һаҡлыҡ банкында ҡарауылсы була, ҡатыны – йыйыштырыусы.
Һуғыш башлана. Атайым тәүге көндәрҙә үк фронтҡа китә. Әсәйем ике бала менән тороп ҡала. Ағайыма 10 йәш булһа, миңә – 11 ай ғына. Әсәйем Оло Ҡыҙылбайға ҡәйнәһе янына ҡайта һәм уның менән 20 йыл йәшәй. Ул Ленинградта һуғышҡан иренән хаттарҙы йыш ала. Наҙ һәм һөйөү менән тулы һуңғы хаты 1942 йылдың 17 октябрендә килә: “Әминә! Ҡайнар сәләм! Әлегә иҫән-һаумын. Әсәйемә, балаларға, туғандарға сәләм. Немец авиацияһы туҡтауһыҙ бомба аҫтында тота. Кисә беҙҙең казарма шартланы. Күптәр һәләк булды. 14 сентябрҙә аяғым яраланды. 28 көн Пушкино ҡалаһында госпиталдә яттым. Бөгөн алғы һыҙатта район гәзите редакцияһында эшләгән яҡташым Фәйзи Биковты осраттым. Уның башы яраланған. Оҙаҡламай – яу. Нисек йәшәүегеҙ хаҡында яҙ. Фәхрәзиҙе уҡыуынан айырма. Әсәйемде һаҡла. Фамилияңды алмаштырма! Сәләм менән Шакир”.
Һуңынан атайымдың хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хат килә. Был беҙҙең ғаилә өсөн ҙур ҡайғы була. Әсәйемдең атайһыҙ үҫкән балалары өсөн йөрәге әрней. Иренең фронттан килгән хаттарын ул ғүмер буйы ҡәҙерләп һаҡлай.
Балалары хаҡына ул үҙен ҡулға ала һәм Карл Маркс исемендәге колхоздың һөтсөлөк фермаһында эшләй башлай. Һыйыр һауа, малдарға аҙыҡ һала, тиҙәк ала, көйәнтәләп һыу ташый, быҙау эсерә һәм ҡарай, ауыр флягаларҙы күтәрә.
Әй йылғаһы аша күпер һал-ғанда ауыр инструмент менән бағаналар ҡаға. Сәсеүҙә, ураҡ эштәрендә, ашлыҡ кип-тереүҙә, ырҙын табағына иген тейәп оҙатыуҙа, ҡыштарын урман йығыуҙа ҡатнаша.
Тырыш һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн “Бөйөк Ватан һуғышында намыҫлы хеҙмәт өсөн” миҙалы, юбилей миҙалдары менән наградланған.
Әсәйем башҡаса кейәүгә сыҡмай, иренә булған һөйөүен ғүмер буйы йөрәгендә һаҡлай. Балалары өсөн йән атып тора, лайыҡлы белем алһындар өсөн тырыша, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләй, балаларын рухи яҡтан да, физик яҡтан да сәләмәт итеп үҫтерә. Беҙҙе лайыҡлы кешеләр итеп үҫтереү өсөн бар көсөн һала һәм тырышлығы бушҡа булмай: ағайым менән минең өсөн “хеҙмәт”, “ватансылыҡ”, “ғәҙеллек” тигән һүҙҙәр һәр ваҡыт ҙур әһәмиәткә эйә булды.
Әсәйемдең өгөт-нәсихәттәре һәм дөрөҫ тәрбиәһе һөҙөмтәһендә мин мәктәпте уңышлы тамамланым һәм, медицина училищеһында уҡып сығып, Оло Ҡыҙылбай балалар баҡсаһында 30 йыл эшләнем, шуның 10 йылын мөдир булдым. Ошо ваҡыт эсендә учреждение эшен һәм көнкүрешен яйға һалырға тырыштым: яңы мебель, һауыт-һаба, уйынсыҡтар килтереүгә, электр яҡтылығы булды- рыуға, канализация эшләтеүгә ирештем, һыу булдырыуҙы ойошторҙом.
Ағайым Фәхрәзи 1931 йылдың 17 авгусында тыуған. Оло Ҡыҙылбай мәктәбендә ете класс белем алғандан һуң уҡыуын Дыуан ауыл хужалығы техникумында дауам итә. 1949 – 1954 йылдарҙа Тымыҡ океан флотында өлкән сержант булып хеҙмәт итә. Артабан агроном дипломы менән “Мәсәғүт” совхозының Оло Ҡыҙылбай бүлексәһендә хеҙмәт юлын башлай.
Тағы ла биш йыл Башҡорт ауыл хужалығы институтында уҡый. Һуңынан 10 йыл Карл Маркс исемендәге колхоздың һөтсөлөк фермаһында хеҙмәт итә: Сосновка ауылынан Әләгәҙ һөт ҡабул итеү пунктына һөт ташый.
Фәхрәзи Шакир улы Оло Ҡыҙылбай бүлексәһендә агроном һәм идара итеүсе, “Мәсәғүт” совхозында агроном-орлоҡсо була.
1968 йылда уны хужалыҡ директоры итеп тәғәйенләй-ҙәр. Был вазифаны ул 1976 йылға тиклем биләй. Бер йыл Мәсетле районы ауыл хужалығы идаралығында баш агроном вазифаһын башҡара, һуңыраҡ – “Әй” совхозы директоры, Мәсетле тәжрибә-производство хужалығы директоры.
“Мәсәғүт” совхозы етәксеһе вазифаһында үҙәк усадьбала һәм бүлексәләрҙә эшсе белгестәр өсөн фатирҙар, малсылыҡ корпустары, һөтсөлөк һәм сусҡасылыҡ фермаларына, Степной, Ключевой, Абдулла ауылдарына тиклем юлдар һалыу буйынса ҙур төҙөлөш эшен йәйелдерә. Уңыш алыуҙы гектарына 18 центнер-ҙан 22 центнерға тиклем еткереүгә ирешә.
Тәжрибә-производство хужалығы директоры булараҡ ауылды һәм хужалыҡты төҙөкләндереү менән шөғөлләнә. Ул һәр ваҡыт ғәҙелһеҙлек менән көрәшә.
Намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған (1972), “Атҡаҙан-ған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеме бирелгән (1982). Татар һәм рус телдәре уҡытыусыһы булып эшләгән ҡатыны Роза Рамазан ҡыҙы менән Лениза һәм Лариса исемле ҡыҙҙар, улдары Илдарҙы үҫтерәләр.
Ағайым минең өсөн һәр ваҡыт уңғанлыҡ, ныҡышмалылыҡ, ғәҙеллек өлгөһө булып торҙо һәм булып ҡала”.

Һүрәттә: Закариндар ғаиләһе: Фәхрәзи (һулда), Шакир (уртала), уның әсәһе, ҡатыны Әминә ҡыҙы Флүрә менән.

Автор:Наркес Халиуллина