Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
13 Сентябрь 2021, 16:00

Иҫкә алайыҡ

12 сентябрҙә яратҡан ирем, атай-олатайыбыҙ Муллабаев Радмир Хәбир улының беҙҙең аранан китеүенә 1 йыл тулды.

Иҫкә алайыҡ
Иҫкә алайыҡ

Ул ауылыбыҙҙың хөрмәтле кешеләренең береһе ине, бер нисә тапҡыр ауыл Советына депутат итеп һайланды, һуңғы йылдарҙа ауылыбыҙҙағы мәсеттә имам-хатип булып халыҡҡа хеҙмәт итте. Ауылдаштары уны никах уҡырға, бәпестәргә исем ҡушырға ихлас саҡыра ине. Ғаиләлә ул изге күңелле, һоҡланғыс атай һәм олатай, ышаныслы һәм хәстәрлекле ир булды. Беҙ уның эргәбеҙҙә булмауына әле һаман ышанып етмәйбеҙ, уны бик ныҡ юҡһынабыҙ.
Әрнеү-һағыш беҙҙең йөрәктәрҙә,
Ҡанлы йәштәр тама күҙҙәрҙән.
Бер мөғжизә булып эргәбеҙгә
Ҡайтырһың, тип өмөт итәбеҙ.
Мәңге йәшәрһең һин, ҡәҙерлебеҙ,
Иң түрендә беҙҙең йөрәктең.
Доғаларыбыҙ булһын юлдаш һиңә,
Фәрештәләр булһын түреңдә.
Дыуан-Мәсетле ауылынан ҡатыны, балалары, ейәндәре.

Иҫкә алайыҡ
Иҫкә алайыҡ
Автор:Наталья  Русинова