Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
10 Сентябрь 2021, 18:00

Иҫкә алайыҡ

28 августа һөйөклө әсәйебеҙ Әхмәтйәнова Тәскирә Аҡмал ҡыҙының вафат булыуына бер йыл тулды.

Иҫкә алайыҡ
Иҫкә алайыҡ

Ғәзиз кешебеҙҙең үлемен кисереүе бик ауыр. Ул бик аҡыллы, шат күңелле булды, эшендә үҙен хөрмәт иттеләр. 15 йәшенән генә ул тракторҙа эшләй башлай, һуғыш йылдарында ял белмәй эшләй, 1947 йылда “1941 – 1945 йылдар-ҙа Бөйөк Ватан һуғышында намыҫлы хеҙмәт өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Атайыбыҙ Рәжәп Бәҙәмша улы менән улар ябай булмаған тормош юлы үтә. Атайыбыҙ һуғышта ҡатнашҡан, фронтта контузия алған. Был алған яралары уның сәләмәтлегенә ныҡ йоғонто яһай. Атайыбыҙҙың беҙҙең янда булмауына инде 27 йыл уҙҙы. Атай-әсәйебеҙ тураһында яҡты хәтирәләр беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр. Улар беҙҙең барыбыҙ өсөн дә лайыҡлы үрнәк булды.
Беҙҙең ғәзиздәребеҙҙе белеүселәрҙең уларҙы яҡты хәтирәләр менән иҫкә алыуҙарын һорайбыҙ.
Балалары, ейәндәре.

Иҫкә алайыҡ
Иҫкә алайыҡ
Автор:Лариса Михалькова