Мәсетле тормошо
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
3 Сентябрь 2021, 16:00

Иҫкә алайыҡ

1 сентябрҙә ҡәҙерле ирем, яратҡан атай-олатайыбыҙ Мөхәмәҙуллин Рафиҡ Рикза улының беҙҙең аранан киткәненә бер йыл тулды.

Иҫкә алайыҡ
Иҫкә алайыҡ

Ул изге күңелле, тормошто яратҡан, алсаҡ кеше, балаларын һәм ғаиләһен яратҡан ышаныслы тормош иптәше, хәстәрле атай-олатай булды. Уны белгәндәрҙең беҙҙең менән бергә матур һүҙҙәр әйтеп иҫкә алыуҙарын һорайбыҙ.
Доғаларыбыҙ булһын юлдаш һиңә,
Фәрештәләр булһын түреңдә.
Һағыныу һағыштарын баҫыр өсөн
Кергеләп тор беҙҙең төштәргә.
Ауыр тупрағың еңел булһын,
Йылы булһын ятҡан ерҙәрең
Иңдәреңдә булһын фәрештәләр,
Ожмахтарҙа булһын йәндәрең.
Был донъяға кире ҡайтмаһаң да,
Яныбыҙҙа кеүек тоябыҙ.
Был тиклем дә әсе һағыштарға
Йөрәгебеҙ нисек түҙәлер?
Ҡатыны, балалары, ейәнсәре.

Иҫкә алайыҡ
Иҫкә алайыҡ
Автор:Наталья  Русинова