Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
13 Август 2021, 15:50

Иҫкә алайыҡ

Бер йыл элек 15 августа, беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, яратҡан ғәзиз кешебеҙ – һөйөклө ҡыҙым, ҡатыным, әсәйебеҙ һәм өләсәйебеҙ, һеңлебеҙ Сәфәрова Ләлә Шакирйән ҡыҙы арабыҙҙан китеп барҙы.

Иҫкә алайыҡ
Иҫкә алайыҡ

Аяуһыҙ сир уны беҙҙән айырҙы. Ул бар туғандарға һәм таныштарға алсаҡ, ихлас, асыҡ кеше ине, һәр кемгә йылы һүҙҙәр табып һөйләште. Бик тырыш булды: баҡсаһы ла, өйө лә гөл-сәскәләргә күмелеп, таҙа һәм бөхтә йәшәне. Яҡындары, туғандары өсөн йән атып торҙо, барыһын да бергә туплап, һәр кемгә ярҙамға ашыҡты, йәшәп, эшләп ҡалырға тырышты. Уның яғымлы һүҙҙәрен, наҙлы күҙ ҡараштарын, ихлас көлөүен, йомшаҡ тауышын һағынабыҙ, юҡһынабыҙ. Һөйөклөбөҙҙөң яҡты рухы күңелдәребеҙҙә мәңге һаҡланыр. Ҡәҙерлебеҙҙе белеүселәрҙең уны беҙҙең менән бергә иҫкә алыуҙарын һорайбыҙ.
Тыныс йоҡла, урындарың
Ожмахтарҙың булһын түрендә.
Һағынабыҙ, һине юҡһынабыҙ,
Һаҡланырһың һәр саҡ күңелдә!
Әсәһе Любовь, тормош иптәше Илгиз, улдары Рәсүл, Рәмил, килене Гөлназ, ейәнсәре Ләйсән, ейәне Айҙар, ағалары,
еңгәләре һәм барлыҡ туғандары.

Иҫкә алайыҡ
Иҫкә алайыҡ
Автор:Наталья  Русинова