Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
10 Август 2021, 16:30

Яҡшы кешене иҫкә алайыҡ

Була шундай кешеләр: улар артынан бары тик йылы хәтирәләр, ҡылған изгелектәре күңелде йылытҡан яҡты нур булып ҡала.

Яҡшы кешене иҫкә алайыҡ
Яҡшы кешене иҫкә алайыҡ

Иҫке гәзит биттәренә күҙ һалған ваҡытта яҡшы ҡатын, хөрмәтле кеше, юғары класлы табип Роза Зәйнулла ҡыҙы Уразаева тураһындағы мәҡәләгә юлыҡтым. Әлбиттә, уны күп мәсетлеләр әле лә иҫләй, сөнки ул эшләгән ваҡытында йөҙ тиҫтәнән ашыу балаға донъяға килергә ярҙам итте. Ә күпме һаҡланып алып ҡалынған ғүмерҙәр... Иҫәпләп бөткөһөҙ.
Миңә был һоҡланғыс кеше тураһында күберәк белеү бәхете тейҙе.
Роза Зәйнулла ҡыҙы 1944 йылда Ҡыйғы районы Йыланлы ауылында уҡытыусы Ғәзинур Ғәйнан ҡыҙы һәм контрразведчик, Мәсетле районы милиция бүлегенең буласаҡ начальнигы Зәйнулла Ғәйфулла улы Хәкимовтар ғаиләһендә донъяға килә. Мәктәпте тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Хеҙмәт юлы 1969 йылда Оло Ыҡтамаҡ дауаханаһында башлана. Ул 30 йыл дауамында табип-акушер-гинеколог булып эшләй.
Роза Зәйнулла ҡыҙы оҙаҡ йылдар районда берҙән-бер акушер-гинеколог була. Шәхси ваҡытына ҡарамай, үҙ тормошо, ғаиләһен ҡалдырып сирле, йөклө, бала тапҡан ҡатындар янына ашыға, бурыс ҡушыуы буйынса күп тапҡыр кеше ғүмерен ҡотҡарып операция өҫтәле янында торорға, мохтаждарға үҙ ҡанын да тапшырырға тура килә.
Уның бөтә тормошо – һайлаған һөнәренә һәм кешеләргә бөтмәҫ тоғролоҡ.
Ул хеҙмәт яратҡан үҙ һөнәренең ысын оҫтаһы, мауығыусан һәм хөрмәтле кеше булды.
Башҡаларҙың хәстәренә, ярҙам һорап килгәндәргә битараф ҡалмаҫ, һүҙе, кәңәше менән һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер ине.
Уның менән аралашыу күңелгә нур, шатлыҡ, көс-ҡеүәт өҫтәне, ҡиммәтле тәжрибәһе менән уртаҡлашып ярҙам итте.
Атҡаҙанған табип коллегалары һәм район халҡы араһында оло абруй яуланы. Райондан ситтә лә ҙур танылыу алды.
Роза Зәйнулла ҡыҙы эшләгән ваҡытында бер нисә быуын табип, фельдшер, акушер һәм шәфҡәт туташтарына остаз булды.
Тыныс холоҡло, һиҙгер, изге күңелле, аҡыллы, көслө һәм оптимист ҡарашлы булды. Эше менән генә түгел, һүҙе менән дә дауаланы. Хеҙмәтте баһаланы. Хаҡлы ялға сыҡҡас та халҡы өсөн файҙалы булып йәшәне – лазерлы медицина буйынса махсус курстар үтеп, табип-физиотерапевт булып эшләй. 1996 йылда компьютерлы диагностика менән квант терапияһын ойоштора.
Ярҙам һорап килгән кешеләргә оҫта, аныҡ, дөрөҫ консультация биреп, дауалай.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, район хакимиәте һәм үҙәк район дауаханаһы тарафынан почет грамоталары менән бүләкләнә.
Халыҡтар дуҫлығы һәм “Почет Билдәһе” ордендарына лайыҡ. “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы” исеме бирелде.
Ул изге күңелле, әҙәпле кеше, яҡшы әсәй һәм яратҡан ҡатын булды. Ғаилә уның ғүмерендә иң мөһим урын биләне. Тормош иптәше Рәмил Әхмәт улы менән ике бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙы әсәһе юлынан китә – табип һөнәрен һайлай. Улы – инженер-төҙөүсе. Роза Зәйнулла ҡыҙы туғандары һәм дуҫтарына күңел йылыһын өләшеп, барыһын да үҙе янына тартып торҙо.
11 августа уның беҙҙең аранан китеүенә 16 йыл була.
Һиҙгер, аҡыллы, яҡты кеше – нәҡ ошо яҡшы сифаттары менән ул беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.

Автор:Наталья  Русинова