Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
10 Июнь 2021, 11:00

Иҫкә алайыҡ

10 июндә яратҡан ҡыҙым, әсәйебеҙ, туғаныбыҙ Рида Ҡәнзәфәр ҡыҙы Зәйнетдинованың арабыҙҙан китеүенә бер йыл тула.

Ул изге күңелле, яҡшы, алсаҡ кеше ине, тормошто яратты, шуның өсөн дә күптәрҙең хөрмәтен яуланы. Һин ҡалдырған яҡты хәтирәләр беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Урының мәңгелек йәннәт түрендә булһын, инәй. Беҙ һине ныҡ яратабыҙ, юҡһынабыҙ.
Әрнеү-һағыш – беҙҙең йөрәктәрҙә,
Ҡанлы йәштәр тама күҙҙәрҙән.
Бер мөғжизә булып эргәбеҙгә
Ҡайтырһың, тип өмөт итәбеҙ.
Мәңге йәшәрһең һин, ҡәҙерлебеҙ,
Иң түрендә беҙҙең йөрәктең.
Доғаларыбыҙ булһын юлдаш һиңә,
Фәрештәләр булһын түреңдә.
Әсәһе Сәмәрйә, балалары, ағалары.