Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
2 Июнь 2021, 10:05

Өлгө алып йәшәйбеҙ

Ҡотош ауылынан бик күп күренекле кешеләр сыҡҡан. Шуларҙың береһе – Ғафарова Тәғзимә Әмир-ғәзе ҡыҙы. Май айында уның тыуыуына 100 йыл тула. Ауылдаштары, туғандары, балалары хеҙмәт ветеранын һәр ваҡыт хөрмәтләп иҫкә алалар.

Ғафарова Тәғзимә Әмирғәзе ҡыҙы 1921 йылдың 15 майында Ҡотош ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Атаһы Әмирғәзе ҡарт урмансы була. Ауылдаштары уны оҫта тимерсе итеп тә белә. Салғы, балта һапларға уға килер булғандар. Инәһе Мәрниямал ҡул эштәренә маһирлығы менән билдәле.
Тәғзимә апаһы тураһында Фәниә һеңлеһе күңелендә матур хәтирәләр һаҡлай.
– Өлкән бала булараҡ, бөтә ауырлыҡ апайыма төштө. Беҙҙе ҡарап үҫтереште, тормошта ла һәр ваҡыт терәк булды. Ул бәләкәйҙән бик тырыш, уңған, эшкә әрһеҙ ине. Ғүмере буйына Нуриманов исемендәге колхозда һауынсы булып эшләне. Таң һарыһынан тороп эшкә китерҙәр ине. Ул ваҡытта һыйырҙарҙы ҡул менән һауалар, малдарҙы үҙҙәре ҡарайҙар, ашаталар. Апайым ауырлыҡтарға бирешмәне. Оҙаҡ йылдар тырышып эшләгәне өсөн уны ауыл, район Советтары депутаты итеп күрһәттеләр. 1963 йылда СССР-ҙың Юғары совет депутаты итеп һайланылар. “БАССР-ҙың атҡаҙанған малсыһы” исеменә лайыҡ булды. 1966 йылда Ленин ордены менән наградланды.
Апайым беҙгә һәр ваҡыт өлгө булды, беҙ уның менән ғорурланабыҙ, – ти ул апаһын иҫкә алып.
Тәғзимә Әмирғәзе ҡыҙының улы Альберт Ғафаров та, инәһенән өлгө алып, 9-сы класты тамамлағас уҡ фермаға эшкә килә. Мәскәү ҡалаһында хеҙмәт итә. Ярославкала белем алып, автомобиль руле артына ултыра. Әммә бала сағынан күреп үҫкән эше үҙенә тарта һәм мал йәнле егет яңынан фермаға килә – 20 йылға яҡын Нуриманов исемендәге колхозда бригадир, ферма мөдире булып эшләй.
Инәһен Альберт Нәҙер улы һағынып иҫкә ала: “Инәйем, 9-сы класты бөткәс, Дыуан районы Хәлил ауылында мәктәптә китапханасы булып эшләнем, тип һөйләй торғайны. Һуңынан Ҡотошҡа ҡайта. Ҡариҙелгә урман эшенә ебәрәләр. Ауыр һуғыш йылдарында Әртә заводында ла эшләй. Аҙаҡ тыуған ауылына фермаға эшкә ҡайта. Мин бала саҡтан уҡ фермаға барып, инәйемә булыша торғайным. Һауынсыларҙың эше ауыр. Бөтәһен дә үҙҙәре эшләй: ҡул менән бесән сабалар, мал аҫтын көрәп таҙарталар, быҙауҙарын да ҡарайҙар. Таң менән эшкә китәләр. Ҡул менән 12-14 һыйыр һауалар. Эш ауыр булһа ла һауынсыларҙың йырлай-йырлай һыйыр һауғандары иҫтә ҡалған. Йыланышта һыйыр һауалар, бесән сабалар, өйҙәренә лә ҡайтып тормайынса, киске һауынға ҡалалар ине.
Һауынсы апайҙар бер-береһе менән ярышып, сәмләнеп эшләй торғайны. БАССР-ҙың атҡаҙанған малсыһы Мөхәмәтнур Фәтихов етәкләгән Ҡотош һөтсөлөк фермаһы районда һәр ваҡыт алдынғы булды. Тырыш һауынсы Ида Әһлетдинова III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән наградланған, Мөхтәрәмә Кәримова – Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән. Өлкән быуындан эстафетаны ҡабул итеп, Ҡотош һөтсөлөк фермаһы һуңғы йылдарҙа ла алдынғылар рәтендә барҙы. Уңған, тырыш һауынсылар Людмила Тәүәкәлова, Әминә Тәүәкәлова, Гөлсимә Хафизова алдынғы булдылар. Улар-ҙың фотоларын бөгөн дә район музейында күрергә мөмкин.
Инәйем эшенә һәр ваҡыт күңел һалып, ғәҙел эшләне. Ауылдаштары уны хөрмәт итте. Эшен юғары баһаланылар. “Эш яратығыҙ. Эше бар-ҙың – ашы бар”, – тип инәйемдең әйткән һүҙҙәрен бөгөн дә иҫләйем. Инәйем – ябай ауыл ҡыҙы, һауынсы, тормошта ҙур уңыштарға өлгәште. Быйыл уның тыуыуына – 100 йыл. Ауылдаштарыбыҙ уны хөрмәтләп иҫкә ала, туғандарыбыҙ, балаларыбыҙ инәйебеҙҙән өлгө алып йәшәй”.
Тәғзимә апайҙың улы Альберт Ғафаров бөгөн Ҡотош ауылында ҡатыны Люция апай менән матур донъя көтәләр. Баҡса үҫтерәләр, ҡош-ҡорт ҡарайҙар, балаларына, ейәндәренә терәк булып йәшәйҙәр.
Гөлназ ЙӘНТҮРИНА,
уҡытыусы-ветеран.