Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
12 Май 2021, 16:00

Афғанстан һәм Чечня хәрби хәрәкәттәре ветерандары хөрмәтенә

6 майҙа Яңы Яуыш ауылында Афғанстан һәм Чечен Республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан, ҡаһарманлыҡ һәм дәрәжә менән Тыуған ил бойороғон үтәгән батыр яҡташтарыбыҙ хөрмәтенә стела һәм стенд асылды.

Мәктәп китапханаһы музейы стендында Яңы Яуыш ауылынан төрлө йылдарҙа ҡыҙыу нөктәләрҙә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан ветерандар тураһында мәғлүмәт тупланған.
Стела асыу идеяһы – Рөстәм Хафизовтыҡы. Стела булдырыу ниәтен тормошҡа ашырыуға хәрби хәрәкәттәр ветерандары – ауылдаштары Фәнис Фәрхетдинов һәм Сарьян Ниғәмәтйәнов йәлеп ителде.
Тантанала Яңы Яуыш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рөстәм Әхмәтйәнов, полиция капитаны Рөстәм Хафизов, хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм уларҙың яҡындары, Яңы Яуыш ауылы халҡы ҡатнашты.
Рөстәм Хафизов, ауылдаштарына мөрәжәғәт итеп, стеланың киләсәк быуынға халыҡ күңелендәге иң ҡәҙерле хәтерҙе – Ватаныбыҙ алдында батырҙарса үҙ бурыстарын үтәгән яҡташтарыбыҙ тураһында иҫтәлекте һаҡларға мөмкинлек бирер, тип билдәләне.
Артабан яугир-интернационалистарға һәм Төньяҡ Кавказда контртеррористик операцияларҙа ҡатнашыусыларға миҙалдар тапшырылды. Ринат Абдрахманов менән Рәсүл Нәбиуллинға "Хәрби хәрәкәттәр ветераны”, “Төньяҡ Кавказда хәрби хеҙмәт өсөн”, “Төньяҡ Кавказда контртеррористик операцияла ҡатнашыусы” миҙалдары тапшырылды. “Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәр тамамланыуға 10 йыл” миҙалы менән Ринат Абдрахманов, Илшат Әхмәтшин, Ирек Фазлыев, Рөстәм Хафизов наградланды.