Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
30 Апрель 2021, 14:00

Мәсетлеләр геройҙарын данлай!

27 апрелдә үҙәк район китапханаһында Чернобыль атом электр станцияһында радиация һәләкәте эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар иҫтәлегенә һәм хөрмәтенә сара уҙҙы.

Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова ул һәләкәттең киң масштаблы булыуын билдәләне һәм авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. “Мәсетле районынан һәләкәт булған урынға өс саҡырылыш менән 40 кеше йүнәлтелә. Бөгөн беҙ радиация һәләкәте эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан һәм һәләк булғандар, уларҙың батырлығы алдында баш эйәбеҙ. Улар мәңге беҙҙең хәтерҙә булыр, иҫән-имен ҡалғандарға дан һәм оло рәхмәт!”, – тине ул.
Артабан ҡотлау тантанаһы уҙҙы. Авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусы Рәсим Сафиев, Леонид Ивакин, Диларис Бикташев, Марсель Ғиндуллин, Фәрит Ғизәтуллин, Мәүлетбай Шаһиев, Ратмил Байрамғолов, Рифат Ғизәтуллин, Хәмит Йомағужин, Евгений Онкин, Фидәнис Мөниров, Сергей Нонешнев, Александр Лопуховҡа “Чернобыль АЭС-ындағы аварияны бөтөрөүгә – 35 йыл” миҙалы тапшырылды. Райондағы Чернобыль АЭС-ы һәләкәтен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар союзы рәйесе Марсель Ғиндуллин Рәсәй “Чернобыль” союзының "Батырлыҡ өсөн" миҙалы менән бүләкләнде.
Райондың “Чернобыль” союзы етәксеһе үҙ сиратында ярҙам итеүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм Мәсетле районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадироваға, төҙөлөш, иҡтисади үҫеш һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Азамат Ҡәләмовҡа, Мәсетле биләмә-ара китапхана системаһы директоры Светлана Ғәлимоваға почет грамоталары тапшырҙы.
Был көндө Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы Дыуан күп профилле колледж филиалы студенттарына Чернобыль АЭС-ы аварияһы хаҡында һөйләнеләр. Сара фәһемле мультимедиа презентацияһы менән барҙы. Ошо һәләкәтте кисергән кешеләр тураһындағы күңелдәрҙе тетрәндергес тарих бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. Район Мәҙәниәт һарайы артистары башҡарыуындағы патриотик йырҙар һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусы батырҙарға тәрән хөрмәт хистәре уятты. Чернобыль – фронты ла, тылы ла булмаған, күҙгә күренмәҫ дошман менән аяуһыҙ һуғыш.
Сара Еңеү паркында “Чернобыль” һәйкәленә сәскәләр һалыу менән дауам итте. Бер минут тынлыҡ менән авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан 27 яҡташты иҫкә алдылар.
Беҙҙән һуң емереклек һәм үле ҡалалар ҡалмаһын өсөн, беҙ Чернобыль тарихын белергә һәм иҫтә тоторға тейеш. Бер мәлгә ошо бәлә һәм унан аралаусыларҙы онотһаҡ, яҙмыш беҙҙең хәтер һайлығын кисермәҫ.