Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
22 Апрель 2021, 09:05

Йөрәгебеҙҙә мәңге йәшәрһең

2021 йылдың 18 мартында һөйөклө атайыбыҙ Әмиров Рәмил Рәхимйән улы донъя ҡуйҙы.

Ул 1927 йылдың 21 ноябрендә Дыуан-Мәсетле ауылында ғаиләлә тәүге бала булып донъяға килгән. Бала сағы һуғышҡа тиклемге һәм һуғыш осорондағы аслы-туҡлы, ауыр йылдарға тура килә. Ата-әсәһенә ҡустыларын һәм һеңлеләрен аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итер өсөн бик иртә эш башлай ул.
Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, киске мәктәп һәм Өфө ҡалаһында Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай. Университеттан һуң тәүҙә Силәбе өлкәһе мәктәбендә, артабан Мәсетле районының Октябрьск ҡасабаһында тарих уҡытыусыһы, директор булып эшләй.
1964 йылда КПСС ағзаһы була. 1972 йылдың ноябренән 1990 йылға тиклем КПСС-тың Мәсетле райкомпропаганда һәм агитация бүлегендә мөдир урынбаҫары вазифаһын башҡара. 20 йылға яҡын лектор һәм агитатор була, партия эшен алып бара.
Атайыбыҙ, хаҡлы ялға сыҡҡас, Башҡорт гимназияһында, 153-сө һөнәрселек училищеһында тарих фәнен алып бара, спорт мәктәбендә шахмат түңәрәгендә балалар менән шөғөлләнә.
Ҡатыны Тамара Ивановна менән ике бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Улдары Андрей һәм ҡыҙҙары Людмила, аталарының юлын һайлап, уҡытыусы һөнәрен үҙләштерәләр.
Ул һәр яҡлап һәләтле һәм белемле кеше ине: илебеҙҙәге һәм сит илдәрҙәге сәйәси ваҡиғаларҙы яҡшы белде, шахматта оҫта уйнаны, матур йырланы, баҡсала эшләргә яратты. Ғаиләһе – балалары, ейәндәре, бүләләре өсөн өҙөлөп торҙо. Уларҙың һәр береһе өсөн көйөп йәшәне.
Ул дәртле, уңған, һәр кешегә иғтибарлы һәм ихтирамлы кеше ине. Беҙҙең күңелдә ул һәр ваҡыт шундай булып һаҡланасаҡ.
Ҡыҙы Людмила.