Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
14 Апрель 2021, 17:00

Иҫкә алайыҡ

Ҡәҙерле ирем, яратҡан атай-олатайыбыҙ, БАССР-ҙың атҡаҙанған агрономы, Мәсетле районының почетлы гражданы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Нәжипов Алмас Исмәғил улының арабыҙҙан китеүенә 13 апрелдә бер йыл тулды.

Ул изге күңелле, әҙәпле, хеҙмәт яратҡан, яҡшы ир, тыныс, аҡыллы, яратҡан атай һәм хәстәрлекле олатай, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн оло терәк булды. Яҡшы етәксе, үҙ эшенең ысын оҫтаһы ине. Һәр ваҡыт ғәҙел һәм талапсан атайыбыҙ мөрәжәғәт иткән һәр кешегә ярҙамлашырға ашыҡты. Уның тураһында яҡты хәтирәләр беҙҙең күңелдәрҙә һәр саҡ һаҡланыр.
Ауыр тупрағың еңел булһын,
Йылы булһын ятҡан ерҙәрең.
Иңдәреңдә булһын фәрештәләр,
Ожмахтарҙа булһын йәндәрең.
Ҡатыны, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүләсәрҙәре.