Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
2 Апрель 2021, 11:25

Иҫкә алайыҡ

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле һәм яратҡан кешебеҙ – ҡатыным, әсәй-өләсәйебеҙ Михалькова Людмила Вәсил ҡыҙының беҙҙең аранан китеүенә бөгөн ете йыл тулды.

Уның тураһында яҡты хәтирәләр беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Ҡәҙерлебеҙҙе белгәндәрҙең, хөрмәт иткәндәрҙең беҙҙең менән бергә уны иҫкә алыуҙарын һорайбыҙ.
Ауыр тупрағың еңел булһын,
Йылы булһын ятҡан ерҙәрең.
Иңдәреңдә булһын фәрештәләр,
Ожмахтарҙа булһын йәндәрең.
Ире, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре.