Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
16 Февраль 2021, 18:00

Әсәйем, һин мәңге минең хәтерҙә

Сәстәремдән тарап үрсе, әсәй,Бала саҡтағылай икенән.Тойғом килә ҡулың йылыларын,Һыйпағанын йомшаҡ сәсемдән.Иңдәремә төшкән һынауҙарға,Бәлки, кәңәштәрең табылыр...

2021 йылдың 11 ғинуарында минең ҡәҙерле әсәкәйем Белан Дарья Никитична баҡыйлыҡҡа күсте.
Әсәйем 1931 йылдың 26 сентябрендә Башҡортостандың Шишмә районы Кахновка ауылында тыуған. 1949 йылда Өфө медицина училищеһын тамамлағандан һуң, Мәсетле районы балалар шифаханаһына эшкә килә. Унда 21 йыл эшләй, шуның 17 йылы өлкән шәфҡәт туташы вазифаһында үтә.
“Эш күп булды. Район үҙәгендәге дарыуханаға дарыуҙар алыр өсөн йәйәү барам, меню яҙам, шәфҡәт туташтарының эшен ойоштороу ҙа минең өҫтә. Керҙе ҡул менән йыуабыҙ, Ыҡ йылғаһына төшөп, тубыҡҡа тиклем кисеп сайҡатабыҙ. Аҙна һайын шифаханала дауаланған балаларҙы район үҙәгендәге мунсаға алып киләбеҙ. Һәр бала минең ҡулым аша үтә. Шифахана янындағы баҡсала ла эшләргә тура килде, мейескә яғыу өсөн утын әҙерләү, бинаны аҡлау һәм буятыу эштәре хеҙмәткәрҙәр иңенә төштө. Ҡул ҡаушырып ултырырға ваҡыт булманы”, – тип хәтерләй торғайны ул.
1970 йылда әсәйем, Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһының физиотерапия процедуралары кабинетына эшкә күсеп, 25 йыл шунда эшләне. Күпме сирле уның ҡулы аша үтте. Ул бер ваҡытта ла иҫәпләшеп тормай, сменаһына 100-әр кеше хеҙмәтләндергән ваҡыты ла була ине. Пациенттары әле лә уны яҡты хәтирәләр менән иҫкә ала. Кеше ҡай- ғыһына битараф булмаған, әүҙем, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер – бына шундай булды Дарья Никитична.
Өйҙә ул хәстәрле әсә һәм яҡшы хужабикә булды, аш-һыу-ға маһир ине. Ул бешергән аштар телеңде йоторлоҡ. Әсәйем үҙенең төрлө йәшелсә-емештәре үҫкән баҡсаһын яратты. Бар оҫталығын һәм ергә булған мөнәсәбәтен ҡыҙына, ейәндәренә тапшырҙы. Тынғы белмәҫ, хәстәрлекле ҡатын, балалары һәм ейәндәре өсөн донъялағы иң яҡшы әсәй-өләсәй булып ҡалды.
19 февралдә уның был донъя-ны ҡалдырып китеүенә 40 көн тула. Әсәйебеҙҙе белгәндәрҙең был көндө уны беҙҙең менән бергә яҡты хәтирәләр менән иҫкә алыуҙарын һорайбыҙ. Ауыр тупрағы еңел, урыны мәңгелек йәннәт түрендә булһын.
Ҡыҙы Ирина.