Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
8 Февраль 2021, 18:30

Филиппов Л. В.

“Мәсетле тормошо” гәзите редакцияһы ветераны Филиппов Леонид Васильевич 85 йәшендә беҙҙең аранан китте.

Леонид Васильевич район гәзитенә эшкә 1954 йылда Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбен тамамлағандан һуң килә. Хеҙмәт юлы әҙәби хеҙмәткәр (ул ваҡытта хәбәрсе вазифаһы шулай атала) булып башлана.
Леонид Васильевич Дыуан ауыл хужалығы техникумының агрономия бүлеген тамамлай, шуға ла колхоз һәм совхоз етештереү мәсьәләләрен яҡшы белә. Редакцияла оҙаҡ йылдар эшләй, уның хеҙмәт итеү осоронда бер-нисә мөхәррир алмашына. 1996 йылда мөхәррир урынбаҫары вазифаһында хаҡлы ялға сыға.
Уның бар хеҙмәт юлы район гәзите менән бәйле. 42 йыл халыҡҡа яңылыҡтар еткереү эшен башҡара. Был гәзит редакцияһы тормошонда берҙән-бер ҙур хеҙмәт стажы.
Эш тәжрибәһе тупларға, гәзит эшен аңларға һәм яҙырға ярҙам иткән, сабыр һәм аҡыллы Леонид Васильевичҡа бер нисә быуын хеҙмәткәрҙәр оло рәхмәттәрен әйтә. Хәбәрселәр, корректорҙар, машинисткалар, тәржемәселәр – барыһы ла кәңәшкә уға килә. Бергә эшләгән хеҙмәттәштәрен генә түгел, ул эшләгән осорҙа мөхәррир булып эш башлағандарға ла гәзит сығарыу серҙәрен төшөндөрөп, аҡыл-кәңәштәре менән бүлешә.
Редакция, типография коллективтары һәм хеҙмәт ветерандары, Леонид Васильевич мәрхүм булыу сәбәпле, уның туғандары һәм яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлаша.