Мәсетле тормошо
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
29 Ғинуар 2021, 12:30

Хәтер

Заһиҙуллина Г. Р.

2020 йылдың 22 декабрендә 35 йәшендә Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто педагогы – беҙҙең коллегабыҙ Заһиҙуллина Гөлшат Рәшит ҡыҙы баҡыйлыҡҡа күсте. Гөлшат Рәшит ҡыҙы 1985 йылдың 23 апрелендә Мәсетле районы Йонос ауылында донъяға килә. Мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлап, 2003 йылда Өфө ҡалаһындағы 155-се һөнәри училищеға уҡырға инә. 2005 йылда “Туҡымаға биҙәктәр төшөрөү буйынса 5 разрядлы рәссам” квалификацияһы менән тик “бишле” билдәләренә генә уҡыуын тамамлай. Хеҙмәт юлын Өфө “Ағиҙел” башҡорт художество кәсептәре дәүләт унитар предприятиеһында башлай. 2006 йылдың сентябрендә тыуған ауылына әйләнеп ҡайта һәм Йонос урта мәктәбендә декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте буйынса өҫтәмә белем биреү педагогы булып эшен дауам итә. Бер йылдан һуң район үҙәгендәге Пионерҙар һәм уҡыусылар йортона эшкә күсә. 2006 – 2010 йылдарҙа төп эшмәкәрлеге менән бер рәттән Көнсығыш иҡтисад-юридик гуманитар академияһының “Халыҡ художество ижады” факультетында уҡый.
Гөлшат Рәшит ҡыҙы ҙур теләк менән балаларҙы джут сүсенән иҫ киткес селтәрле, атлас таҫманан әйберҙәр эшләргә, бәйләм бәйләү, туҡыма биҙәү техникаһы – батик серенә өйрәтте. Һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм уларҙы үҫтереү өҫтөндә әүҙем эшләне. Гөлшат Рәшит ҡыҙының уҡыусылары төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, республика һәм Бөтә Рәсәй наградаларына лайыҡ булды. Уның өсөн иң әһәмиәтле ваҡиғаның береһе – 2019 йылда уҡыусыһы Ләйсән Нәбиуллинаның Мәскәү ҡалаһында уҙған дәүләт символдарын белеү буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыуы һәм дипломант исемен яулауы.
Гөлшат Рәшит ҡыҙы эшһөйәрлеге менән айырылып торҙо, үҙ эшенең ысын оҫтаһы ине. Тыныс холоҡло, изге күңелле, теүәл һәм һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер булды, педагогик коллективтың, уҡыусылар һәм ата-әсәләрҙең ихтирамын һәм хөрмәтен яуланы. Ойошма һәм ауылдың йәмәғәт тормошонда һәр саҡ әүҙем ҡатнашты.
Республика балалар ижады конкурсын ойоштороуҙа әүҙем булышлыҡ иткәне өсөн Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы, I республика “Хеҙмәт бала күҙе менән” конкурсына еңеүсе әҙерләгәне өсөн республика мәғариф профсоюзының рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Мәғариф бүлеге грамотаһы, XXIII Бөтә Рәсәй Бажов халыҡ ижады фестивалендә оҫталыҡ дәресе уҙғарғаны өсөн диплом, Рәсәй Федерацияһының дәүләт символдарын һәм атрибуттарын белеү буйынса Бөтә Рәсәй конкурсы грамотаһы, Мәсетле районы муниципаль район хакимиәте грамотаһы менән бүләкләнде. “Беҙ үҙебеҙгә эйәләшкәндәр өсөн ғүмерлеккә яуаплыбыҙ ”республика конкурсының “Методик ҡумта” номинацияһы призеры булды.
Гөлшаттың: “Һаумыһығыҙ”, – тип яғымлы итеп иҫәнләшеп килеп инеүен, ихласлығын, гүзәллеген оноторлоҡ түгел. Гөлшат Рәшит ҡыҙы тураһында яҡты хәтирәләр беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.
Бер мөғжизә булып эргәбеҙгә
Ҡайтырһың, тип өмөт итәбеҙ.
Мәңге йәшәрһең һин, ҡәҙерлебеҙ,
Иң түрендә беҙҙең йөрәктең.
Доғаларыбыҙ булһын юлдаш һиңә,
Фәрештәләр булһын түреңдә.
Һағыныу һағыштарын баҫыр өсөн
Кергеләп тор беҙҙең төштәргә.
Ауыр тупрағың еңел булһын,
Йылы булһын ятҡан ерҙәрең.
Иңдәреңдә булһын фәрештәләр,
Ожмахтарҙа булһын йәндәрең.

Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто коллективы, профкомы.