Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
26 Ғинуар 2021, 16:30

Онотманыҡ һеҙҙе, уҡытыусылар!

“Хөрмәтле редакция! Һеҙгә 1957 йылда Дыуан-Мәсетле урта мәктәбен тамамлаусы класташтарыбыҙҙың үтенесе буйынса мөрәжәғәт итәбеҙ.

Алдыбыҙҙа – Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге премияһы лауреаты Ринат Камаловтың “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында донъя күргән “Уҡытыусылар” тигән мәҡәләһе (№10, 2001). Ринат Әлтәф улы яратҡан уҡытыусыларына ҡарата һоҡланғыс, йылы һүҙҙәр тапҡан (яҙыусы ла инде!).
Ысынлап та, был уҡытыусылар бар йөрәк йылыларын беҙгә бағышлап, һуғыш йылы балаларына матур тәрбиә биреп, артабан белем алырға, йәшәргә ҙур ынтылыш тәрбиәләгән шәхестәр ине шул. Бик һағынып, яратып иҫкә алабыҙ үҙҙәрен. Уларҙың тырышлығы менән арабыҙҙа медицина хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, юғары белемле статистика хеҙмәткәрҙәре, алдынғы ауыл хужалығы эшсәндәре, күп кенә өлкәлә етәкселәр үҫеп сыҡты. Ҡыҙғанысҡа күрә, күптәр арабыҙҙа юҡ инде.
Әгәр ауылдашыбыҙ Ринат Камалдың ошо мәҡәләһе матбуғатта баҫылып сыҡһа, хәҙер 80 йәште үтеп киткән, район гәзитенең һәр һанын яратып ҡабул иткән класташтарыбыҙға бүләк булыр ине”.
Уҡытыусылар
Бәләкәй сағымда уҡ улар ҡулында уҡырға хыялландым... Йыш ҡына әсәйемдең магазинына барам, шунда магазин эсен, тышын күҙәтәм. Эстә лә шаулы донъя, тышта ла... Магазин – ауылдың үҙәге, бар нәмә ус төбөндәгеләй: кешеләр, хәл-ваҡиғалар. Магазинда ғына hин ауылдың тын алышын тояһың.
Ана, Ғималова апай менән Ғималов ағай мәктәпкә китеп бара. Ирле-ҡатынлы уҡытыусылар. Булат ағай машина тәгәрмәсенең – бер эҙенә, Саима апай икенсе эҙенә баҫа... Булат ағай гәзиткә төргән китап-дәфтәрен ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырған, ә Саима апай ҡулында – зиннәтле ридикюль. Ғөмүмән, ыҫпай кейенергә ярата, нәзәкәтле ханым. Мәғҙәндә берәү ҙә был яҡтан yғa етә алмай.
Шулай бергә мәктәпкә юлланыуҙарын йыш күҙәтәм. Һоҡланып ҡалам. Уҡытыусылар. Мин дә, ҙур үҫкәс, улар ҡулында уҡыясаҡмын! Ғималовтар – дан уҡытыусылар!
Минеңсә, уҡытыусылар нәҡ шул Ғималовтар кеүек булырға тейеш.
...Юрауым юш килде. Бишенсе класта тормошомдоң яңы осоро башланды: мин Ғималовтар ҡулына юлыҡтым!
Булат ағай, өҫтәүенә, беҙҙең “б” класы етәксеһе лә. Урыҫ әҙәбиәтенән уҡыта... Уның дәресе башланһа, ғәжәп: донъя aғышы туҡтала, һин үҙеңде, ҡайҙа ултырғаныңды, ни ҡылғаныңды онотаһың... Әллә ҡайҙа, алыҫ-алыҫ илдәрҙә гиҙәһең. Әле ете диңгеҙ аръяғында, Ҡаф тауҙары артында толпар атта Руслан батыр ыңғайына елеп йөрөйһөң, әле Икар менән Дедаль артынан ҡояштың үҙенә табан ашҡынаһың... Диңгеҙ ярында алтын балыҡ менән һөйләшәһең. Балыҡсы бабай утыҙ ҙа өс йыл диңгеҙҙә балыҡ тотҡан, ә тик бер көн, унда ла яңылыштан ғына, алтын балыҡ эләктергән. Кешесә һөйләшә белгән балыҡ.
Айыу, әгәр үлгәнгә һалышһаң, теймәй, имеш. Иптәше aғac башына ҡacha ла, үлгәнгә һалышып ята малай... Ә икенcehe, юнга тигәне, акула ауыҙына ҡаба яҙа... Ҡарт тупсы ата ла күҙҙәрен йома. Үлгәндер инде юнга, акула менән hыy төбөнә киткәндер... Палубаны дары төтөнө ҡаплай, бер ни күренмәй.
– Юнга! Юнга тере!
Беҙҙең шатлыҡтың иге-сиге юҡ. Ә Булат ағай, төрөк ҡылысылай көмрө танауын ышҡып, гөлйемештәй осло битендәге йыйырсыҡтарын йыйыра. Хәйләкәр кеше ул, беҙҙе барыбер һемәйтә.
– Әйттем бит, үлмәй, тип.
Буря мглою, небо кроет,
Вихри снежные крутя,
То как зверь, она завоет,
То заплачет, как дитя.
Гүйә тышта буран ҡотора башлай, тәҙрәләрҙе, юлдарҙы һепертмә ел ҡап-лай. Күҙ алдары ҡараңғылана, ҡолаҡтар томалана... Буран әле бүре булып олой, әле эт кеүек шыңшырға тотона. Ә алыҫта ҡыңғырауҙар ҡыңғырай, әллә кем йөрөй? Кемдер, иҫәрең, тройкала елә.
Беҙ ауыҙҙарыбыҙҙы асҡанбыҙ. Булат aғaйғa төбәгәнбеҙ дүрт күҙебеҙҙе... Булат ағай нисек кисерә икән шул саҡлы ҡараштарҙы? Үҙенең хикәйәһе, тыны менән беҙҙе, кит кеүек, ауыҙына hyрыn алды. Ирендәре ҡалын, ауыҙы ҙур... Беҙ уның тамағында!
Ул сихри донъяға сумабыҙ. Әллә океан ул, әллә күпме акулалар мыж-ғый шунда, беҙ – юнгалар... Бер ни аңғармай шаярабыҙ һыуҙа. Ҡapшығa акула килә! Теше... Туп шартлай... Бөтә тирә-әйләнә сайҡала...
Беҙ тағы – күктә. Дедаль менән Икар артынан күкте яулайбыҙ. Менәбеҙ ҙә менәбеҙ, үр артынан үр... Дедаль ҡарт йүләр Икарҙы тыя, үҙе хәлһеҙләнеп артта ҡалды: ҡанаттарын көскә һелтәй, ә сая Икар юғарығa китте... Уйы: ҡояшҡа етеү, ҡояшты яулау!
Беҙ ҙә артынан. Иҫәрҙәр. Балауыҙ менән генә йәбештерелгән ҡанаттарыбыҙ ирей бит, ҡояш аяуһыҙ. Беҙ диңгеҙҙе аша сығырғa тейеш инек, Дедаль ҡарт ни тип өйрәтте.
– Юғapығa күтәрелмә, Икар! Юғарыла ҡояш хәтәр... Түбәндән ос, haҡ ҡыланhaң...
– Осабыҙ!
– Һaҡлaнhaң... моратыңа...
Һантый Икар атаһын тыңламаны. Иҫәр дыуамал ҡояшты яуларға китте. Ҡояш батшаға ҡаршы сығырғa йөрьәт итте, йәш баш. Хыялына етергә, ҡөҙрәтле ҡояш батшалығын еңергә!..

Иҫтән яҙыр сиктәбеҙ, ағай тынмай. Класта шылт иткән тауыш та юҡ, класыбыҙ хәҙер класс та түгел – ысын диңгеҙ ине... Даръя өҫтөндә ҡояш нурҙары менән айҡашыусы сая Икар.
Тын да алмай күҙәтәбеҙ был алышты. Кем еңер? Аяуһыҙ нурҙармы, әллә сая Кешеме?
Парталарға ятып күктәге алышты күҙәтәбеҙ. Гүйә түбә таҡтаһы – күк көмбәҙе, унда ҡояш менән айҡашыу-сы Икар батыр.
– Икар ҡояшҡа китте...
Ағай өнө беҙҙе ысынбарлыҡҡа ҡайтара ла, ҡайтармай ҙа. Һаман диңгеҙ шауын ишетәбеҙ, Икарҙың фырлап ҡанат ҡағыуын абайлайбыҙ... Булат ағай күкәйҙәй дәү күҙҙәрен әйләндереп ҡарай. Ҡурҡып китәбеҙ, артҡа, парта араһына hырығабыҙ. Ағайҙың күҙҙәре күсәрендә тәгәрәй...
– Икар ергә әйләнеп ҡайтманы!
Артҡы парталағы ҡыҙыҡай сырылдап илап ебәрә.
Oh, ярай шунда ҡыңғырау ҙа шылтырай. Шуҡ малайҙар коридорҙа уҫал aғaйҙанмы, илаҡ ҡыҙҙанмы көлөргә тотона.
Булат ағай ҡылыс танауын һыйпай, таҙ башын hыпыpa. Хәйләкәр йылмая ул, шуҡ малайҙарға ишара яһай.
Булат ағай ялтас баш, беҙгә лә сәсте шулай алдырырға ҡуша... Эйе, беҙ мәктәптә бөтәбеҙ ҙә, ағайға эйәреп, башты ялтас йөрөттөк. Булат ағай: “Йүткерергә йыйынһағыҙ, танауҙы ышҡығыҙ – йүткермәйәсәкһегеҙ”, – тип өйрәтә, беҙ шулай эшләйбеҙ. Йүткермәйбеҙ!
Булат ағай бармаҡ араларын ҡapapғa ҡуша. Әгәр ҡыҙыл төрткөсө булһа, һин ҡыҙылса менән ауырыйһың! Ағай һүҙе дөрөҫкә cығa, ағай дөрөҫтө генә һөйләй! Уҡырға ялҡау килгәндә билде ыуырға кәрәк – шулай итһәң, арыу бөтә, ялҡау ҡаса... Иншаны шәп яҙыр-ға теләһәң, уны ҡат-ҡат күсер. Толстой, Булат ағай әйтеүенсә, бөйөк әҙип була тороп, яҙғанын ун икешәр ҡат күсергән.
Булат ағай күҙен аҡайтһа, малайҙар шиңә, йүгереп барған ерҙән туҡтайһың, шаулы класс шып-шым була. Ағайҙы ныҡ яратһаҡ та, күҙенән ҡурҡабыҙ. Булат ағай беренсе кластағы Tahиpa апай шикелле уҫал. Күҙе ҡара, әсәһе – күршебеҙ Кинжә әбейҙекенә оҡшап, ҡаты. Ҡарашы менән ул ата ҡаҙҙы тәкмәсләтә, быҙауҙы йыға ала, тип һөйләйҙәр. Кинжә әбей ҙә шундай ине. Бәпестәрҙе унан йәшерҙеләр... Кластың һыны ҡата ла ҡуя, малайҙар ҡымшана алмай. Булат ағай партаға ҡаҙаҡлап ҡуйҙы. Тороп китһәк тә, парта менән бергә генә...
Класс сәғәттәрендә ағай яуҙаштарын хәтерләй. Юҡ, һуғышта йөрөүе, аяғының яраһы асылып-асылып ҡуйыуы тураһында түгел... Казармала ҡайһылай бур тотоуҙарын бәйән итә. Ҡараҡ тумбочкалағы икмәкте ашай ҙа ҡуя икән. Старшина икмәк эсенә химический ҡәләм вағы һибә. Һибә лә икмәкте тумбочкаға haлa.
Һалдаттар киске барлауға теҙелә. Команда яңғырай.
– Ауыҙҙарығыҙҙы асығыҙ!
Бур ҙа бер ни аңғармай ауыҙын асып тора, ә теле ҡәләм вағына буялған.
– Шулай, дуҫтар, ҡырын эш ҡырҡ йылдан hyң да беленә, бурҙың бүрке яна... Мин дә һеҙгә Ғәптелйәндең пеналын ҡайтарып бирергә кәңәш итәм, телегеҙгә ҡәләм вағы һипһәм ...
Ҡыҙҙар пырх итеп көлөп ебәрә, улар ғәйепле түгел, малайҙар яғы өндәшмәй.
Саима апай Булат ағай кеүек ҡаты күҙле түгел, нәзәкәтле ханым. Матур итеп кейенә. Беҙ дәрес буйы уның селтәрле яғаһынa, тәненә һылашып торған бәйләнгән кофтаһына ҡарап ултырабыҙ. Ул алтынсы кластан алып математиканы уҡыта. Һәр эштә төгәллек ярата. Дәрестә үтәсәк тема миҫалдарын тәнәфестә үк таҡтаға яҙып ҡуя. Аҡбуры ҡулынан төшмәй. Ҡайсаҡ апай өҫтөн аҡҡа буяп бөтә, беҙгә ирмәк. Юҡтан ғынa ҡыҙыҡ табырға ултырабыҙ.
Математика – иң ауыр фән. Шулай ҙа, уны Саима апай уҡытҡас, яратам (эт белә тағы, Саима апайҙы яратаммы, әллә математиканымы). Апай таҡта ҡырына тороп ала ла тәфсирләп-тәфтисләп тема аңлата. Һәр миҫалды, һәр тура һыҙыҡты төшөндөрә. Теүәл, иғтибарлы. Уныңса, уҡыусылар ҙа шулай теүәл булырға тейеш. Улар ҙа кәсерҙәрҙе оҫта сисһендәр, бер һанда ла яңылышмаһындар... Тәфтисләп-тәфсирләп аңлата апай, ҡат-ҡат. Нисек ялҡмай, нисек теле талмай?
Шул саҡлы тырышыуына бөгөн йәнем көйөп тә ҡуя: әгәр ҙә шул саҡлы ла тырышмаha, шулай йөрәген яндырмаһа, беҙ белемле булһын тип, бәлки, иртә лә янмаҫ ине үҙе, иртә үтмәҫ ине был яҡты донъяларҙан.
Пенсияға сығып етер-етмәҫтән янды. Гүйә янар йондоҙ үҙ юлы осонда, көс-хәле бөтөпмө, әллә ялҡыны-ғәйрәте ҡайтыпмы, һүнеп ҡуйҙы. Күктә атылып барған кометалай, һыҙып һүнде Саима апай... Самолетта, юғарыла йөрәге туҡтаған.
Һигеҙенсе класты тамамлағанда Саима апайҙың фәненән дә имтихан тапшырҙыҡ. Мин – отличник, сиреккә бер генә лә “өслө”м, “дүртле”м сыҡманы. Башҡорт теленән “дуртле” ине, Сәрә апай: “Һиңә урыҫ теленән дә “биш” бит, сит телдән, нишләп беҙ туған телдән “дүртле” ҡуябыҙ”, – тип, “бишле” сәпәне.
Бына математиканан имтихан. Миңә Пифагор теоремаһы эләкте. Белмәйем. Саима апай башын тота. Класта бер үҙе ҡалды, әйе, шаһиттар ҙа юҡ. Отличникка тағы бер “бишле”не сәпә лә вәссәләм. Уҡытыусым, үҙенән үҙе оялып, ҡыҙарына-буҙарына. Уның отличнигы Пифагор тәғлимәтен белмәй!
Миңә “өслө”нө сәпәйҙәр, документым “бысрана”. Яратҡан уҡытыусым миңә “өслө” ҡуйып сығара... Яҡлашырға тейеш бит ул – әсәйем менән дә әхирәттәр, класта имтиханда ул бер үҙе генә ине...
Маңлайыма мөгөҙ сыҡҡан hымаҡ... Мөгөҙлө көйө ҡайтып китәм, мөгөҙлө көйө йәшәйем оҙаҡ йылдар... Маҡталған бала, мәктәптә данланған Йәмил Аллаяров!
Саима апай, матур апай... Ҡайҙа хәҙер һинең йәнең? Ҡайҙарҙа осоп йөрөй ул? Fүмepeң баҡый Мәғҙән малайҙарына белем бирҙең һин, Мәғҙән килене, – иҫләйҙәрме улар hинe? Һинең хеҙмәтеңде берәйһе беләме, хәтерләйме? Ҡайҙарҙа һин үҙең, ҡайһы тарафтарға ашты йәнең?
Һин ал-ял белмәй эшләнең Мәғҙән мәктәбендә, ә бер исем дә алманың, ә йәнең-тәнең менән бирелгәйнең шул эшкә... Ғәҙелһеҙлек. Тормош парадоксы. Һине бөгөн ололайҙармы, хөкүмәт, уҡыусыларың хәтеренә төшөрәме? Һин ал-ял белмәнең, ҡәҙер-хөрмәт күрмәнең – хеҙмәтеңә лайыҡлы дан алдыңмы? Һине дәүләт күрмәне, түрәләр... Йүгереп йөрөп эшлә-эшлә лә тәгәрәп кит, имеш. Ал-ял белмә, инде еттем, инде яуланым ул үрҙе тигәндә, бушлыҡ...
Ҡайҙа һин, хөрмәтле вә игелекле апай, ҡайҙа һинең йәнең? Ҡайҙарҙа гиҙеп йөрөй ул, аҙашып?.. Саҡ ҡына булдың да беҙҙен арала, киттең... Ташланың беҙҙе, кешеләрҙән әллә ваз кис-теңме? Әллә hирәк-haяҡ был яҡтарға килеп, беҙҙең ҡылыҡ-тормоштарҙы юғарынан ғына күҙәтеп китәһеңме? Ниндәй бaha беҙгә, уҡыусыларыңа?.. Ә гел бергә булырбыҙ төҫлө ине. Һәр саҡ шулай таҡта ҡырында торорһоң, дәрес аңлатырһың кеүек ине. Һеҙ, Ғималовтар, мәңге шулай Мәғҙән урамынан йәнәш барырһығыҙ ҙа баpырһығыҙ төҫлө ине. Икегеҙ – йәнәш. Мәғҙән уҡытыусылары. Оло юлдың нәҡ уртаһынан төшөп алғанһығыҙ: Булат ағай машинаның – бер, ә Саима апай икенсе тәгәрмәсе эҙенә баҫа. Шулай ишкә иш. Булат ағай ары китте, ә һеҙ ҡайҙа тороп ҡалдығыҙ? Ғәҙәттәгесә ҡулығыҙҙа – зиннәтле ридикюль, ә ағай ҡултығына гәзиткә төрөлгән китап-дәфтәрен ҡыҫтырып алған.
Ҡайҙаһығыҙ heҙ, Ғималовтар? Һаман йәшәйһегеҙме? Мәктәпкә, уҡытырға ашығаһығыҙмы? Мин, сабый, һеҙгә hoҡланып бағам. Йылдар ашаһынан һеҙҙе һағынам, һаман да дәресегеҙ-һабағығыҙға юлығырға, баһағыҙҙы ишетергә ине тип хыялланам. Юрағаным юш килерме?
Улар ҡулына эләккәйнем мин. Улар ҡулы йылы, игелекле ине бит. Улар йөҙө яҡты, нурлы ине, күҙҙәре, юҡ, ҡаты түгел, йомшаҡ ине...