Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
13 Ғинуар 2021, 12:30

Оло йөрәкле уҡытыусы

Беҙ “уҡытыусы” һүҙен йыш телгә алабыҙ, әммә уның тормошобоҙҙа ҙур роль уйнағанын һәр ваҡытта ла аңлап еткермәйбеҙ. Ә бит күпселек кеше яҙмышын – мәктәп, ә беренсе сиратта, уҡытыусылар хәл итә. Һәр уҡыусыһы лайыҡлы кеше булып сыҡһын өсөн, күңел йылыһын биреп, күпме көс һала, сабырлыҡтарын йыйып эшләй. Минең һөйләр һүҙем 40 йылдан ашыу ғүмерен мәктәпкә бағышлаған, оло йөрәкле уҡытыусы, үҙенең тынғыһыҙ, фиҙаҡәр хеҙмәте менән уҡыусыларының хөрмәтен һәм һөйөүен яулаған Мөниров Мөғин Мөнир улы хаҡында булыр.

Мөғин Мөнир улы Ҡорғат ауылында хәлле ғаиләлә тыуа. Олатаһының ғаиләһе ауыл уртаһында ҙур өйҙә йәшәй, йәнәшендә улы Мөнир ғаиләһе өсөн йорт та төҙөлгән була. Репрессия ваҡытында уларҙың ғаиләһе кулаклыҡта ғәйепләнеп, бар мөлкәте, ике йорттары ла тартып алына.
Бар ғаилә ағзалары Свердловск өлкәһенең Түбәнге Тагил ҡалаһына һөргөнгә ебәрелә. Яҙмыш ҡушыуы буйынса, биш йәшлек Мөғин әсәһе менән Оло Аҡа ауылына әйләнеп ҡайта. Шундағы мәктәпте тамамлай, Молотов педагогия училищеһына уҡырға инә.
1949 йылда ете йыллыҡ Ҡорғат мәктәбендә татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлай. Шул уҡ ваҡытта Мәсәғүт уҡытыусылар институтында ситтән тороп уҡый. 1952 йылда һигеҙ йыллыҡ Әжекәй мәктәбенә күсерелә, ул унда география һәм физкультура дәрестәрен алып бара.
Артабан белемен Свердловск ҡалаһындағы педагогия университетында ситтән тороп камиллаштыра. 1970 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы Оло Аҡа урта мәктәбендә эшләй.
Мөғин Мөнир улы география фәнен алып бара, үҙ эшен яҡшы белә, уҡыусыларында алыҫ илдәр һәм диңгеҙҙәргә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятып, төплө белем бирә. Үҙ фәнен яратҡан, уны яҡшы белгән педагогик хеҙмәт оҫтаһының, тәжрибәле уҡытыусының бар көсөн һалып, белемен ҡулланып уҙғар-ған дәрестәре һәр саҡ балаларҙың күңелен яулап, белем тауына әйҙәй. Ул бер ваҡытта ла яулаған үрҙә туҡтап ҡалмай, артабан алға ынтыла ине: һәр ваҡыт белемен камиллаштырып, балаларға ғилем һәм тәрбиә биреүҙә яңы алымдар эҙләп, уларҙы эшендә ҡулланды. Тәрбиәләнеүселәрен география закондарында ғына түгел, тормош закондарында ла дөрөҫ һәм ыңғай юл табырға өйрәтеп, уҡыусыларына күпме күңел көсө һәм энергияһын бирҙе.
Мөғин Мөнир улы күп йылдар география кабинетын етәкләй, уны тирә-яҡтағы файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар һәм минералдар коллекцияһы күргәҙмә материалдары менән даими тулыландырып тора.
Педагогик эшмәкәрлеге менән бер рәттән ул ауылдың йәмәғәт тормошонда, художестволы үҙешмәкәрлектә әүҙем ҡатнаша. 1959 йылда халыҡ иҫәбен алыуҙа үҙ өлөшөн индерә, был эше өсөн СССР министрҙар Советы рәхмәт белдерә. Оҙаҡ йылдар партияның район комитетында пропагандист булып тора. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, әүҙем тормош позициялары өсөн наградаларға, шул иҫәптән “Марксизм-Ленинизм һәм КПСС сәйәсәтен пропагандалау өсөн” миҙалына лайыҡ була. Ул – хеҙмәт ветераны, Рәсәй Федерацияһы мәғариф отличнигы.
Мөғин Мөнир улы юғары дисциплиналы, педагогик квалификациялы, эштәрҙе яҡшы башҡара белеүе, коллегаларына һәм уҡыусыларға ҡарата әҙәпле булыуы менән айырылып торҙо. Уның ошо сифаттары ауылдаштары һәм педагогик берләшмә араһында абруйын күтәрҙе.
Уҡыу процесын ойошто-роуға өлгәшеп, эске күңел йомартлығы менән донъяны танып-белергә ярҙам иткән, уны рухи яҡтан байытҡан оло йөрәкле уҡытыусыла белем алғандар бик тә бәхетле.
Ошо көндәрҙә Мөғин Мөнир улы баҡыйлыҡҡа күсте. Бәхил бул, беҙҙең Уҡытыусы...
Лена ҒӘЙНАНОВА,
Оло Аҡа мәктәбе
уҡытыусыһы.