Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
18 Декабрь 2020, 17:00

Иҫкә алайыҡ

Бөгөн, 18 декабрҙә, ҡәҙерле ирем, атай-олатайыбыҙ Иштуғанов Рәис Мөғин улының беҙҙең аранан китеүенә 40 көн тулды.

40 көн оло ҡайғы, ҙур юғалтыу кисереп йәшәйбеҙ. Уның эргәбеҙҙә булмауына ышаныуы бик ҡыйын...
Ул бик аҡыллы, тыныс холоҡло, кешелекле, изге күңелле ир-уҙаман булды. Балаларға ярат-ҡан, һөйөклө атай һәм олатай, яҡшы ир ине.
Ауыр һәм ҡайғылы көндәребеҙҙә беҙҙе йыуатҡан, һуңғы юлға оҙатҡанда ярҙам иткән туғандарға, күршеләргә, ауылдаштарға һәм шәхсән Рәсүл Әбүбәкеровҡа оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Бөтәһенә лә иҫәнлек-һаулыҡ, донъя именлеге теләйбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙҙең ауыр тупрағы еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, мәңге йоҡоһо тыныс, йәне ожмах түрендә булһын. Һинең турала яҡты хәтирәләр беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Ҡатыны, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре (Тайыш ауылы).