Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
18 Декабрь 2020, 18:00

Иҫкә алайыҡ

23 декабрҙә ҡәҙерле туғаныбыҙ, яратҡан ҡустыбыҙ һәм ағайыбыҙ Мөхәрләмов Данис Данил улының арабыҙҙан китеүенә бер йыл тула.

Ул яҡшы кеше булды, изге күңелле, һиҙгер һәм һәр саҡ ярҙамға килер, башҡа кешеләрҙең ҡайғыһын уртаҡлашыр ине. Уны кешеләргә яҡшы булғаны өсөн туғандары, дуҫтары, коллегалары, ауылдаштары, күршеләре хөрмәт итте. Туғаныбыҙҙы юғалтыу ҡайғыһы күңелдә һаман да баҫылмай. Уны белгәндәрҙең туғаныбыҙҙы беҙҙең менән ошо көндә иҫкә алыуҙарын үтенәбеҙ.
Мәңге йәшәрһең һин, ҡәҙерлебеҙ,
Иң түрендә беҙҙең йөрәктең.
Доғаларыбыҙ булһын юлдаш һиңә,
Яҡты булһын ятҡан гүрҙәрең.
Уның тураһында яҡты иҫтәлектәр беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.
Туғаны, апалары, һеңлеләре, туғандары.