Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
30 Ноябрь 2020, 12:25

Иҫкә алайыҡ

27 ноябрҙә, яратҡан ҡатыным, әсәй-өләсәйебеҙ Озорнина Раисья Борисовнаның беҙҙең аранан киткәненә 40 көн тулды.

Ул 2020 йылдың 19 октябрендә юл һәләкәтендә фажиғәле һәләк булды.
40 көн оло ҡайғы, ҙур юғалтыу кисереп йәшәйбеҙ. Ул беҙҙең өсөн иң яратҡан ҡатын, хәстәрлекле һәм һөйкөмлө әсәй-өләсәй булды. Ҡәҙерлебеҙҙе белгән барлыҡ кешеләрҙең уны яҡты, матур һүҙҙәр менән иҫкә алыуын һорайбыҙ. Ҡәҙерлебеҙҙең ауыр тупрағы еңел, урыны мәңгелек йәннәт түрендә булһын.
Ире, балалары, ейәндәре.
* * *
Озорнина Раисья Борисовна фажиғәле һәләк булыу сәбәпле, Озорниндар ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам.
Бөгөн, Әсәйҙәр көнө алдынан, уның беҙҙе ҡалдырып китеүенә 40 көн тула. Ә Раисья Борисовнаның ике балаһы ҡалды. Ул балаларҙы, сәскәләр яратты, матурлыҡҡа ғашиҡ ине. Иғтибарлы, йомарт күңелле кеше булды. Ололар менән ихлас аралашты. Уның миңә ҡарата яҡшы мөнәсәбәтен бер ҡасан да онотмамын. Урыны ожмахта булһын. Кешеләр эшләһен, фекерләһен, ижад итһен, ғөмүмән, йәшәһен һәм уларҙы бәлә-ҡаза урап үтһен.
Зәйтүнә Ғәликаева, Әләгәҙ ауылы.