Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
3 Ноябрь 2020, 18:00

Редакцияға хат

Ҡәҙерле ирем, атай-олатайыбыҙ Муллабаев Радмир Хәбир улының беҙҙең аранан китеүенә октябрь һуңында 40 көн тулды.

Ул бик яҡшы ир, ярат-ҡан һәм хәстәрлекле атай һәм олатай, ауылыбыҙҙа мәсеттә хеҙмәт иткән хөрмәтле имам-хатип ине. Уның эргәбеҙҙә булмауына ышаныуы бик ҡыйын.
Күпме генә көндәр үтһә лә,
Доға ебәрәбеҙ рухыңа,
Урындарың булһын ожмахта.
Онотмабыҙ һине мәңгегә.
Ауыр ваҡыттарыбыҙҙа ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан һәм ҡәҙерле кешебеҙҙе һуңғы юлға оҙатҡанда ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла – туғандарға, күршеләргә, Дыуан-Мәсетле ауылы халҡына, Мәсәғүт ауылынан имам-мөхтәсиб Зәкәриә Һаҙыевҡа, “Зөбәржәт” фольклор ансамбле коллективына, ағинәйҙәргә, ауыл биләмәһенең ветерандар советына сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Ҡатыны, балалары, ейәндәре.