Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
3 Ноябрь 2020, 17:00

Иҫкә алайыҡ

Мәләкәҫ ауылында тыуып-үҫкән Ғәйнанов Фларид Ғәптелйән улының яҡты донъянан китеүенә ошо көндәрҙә 25 йыл тула.

Ул һоҡланғыс яҡшы кеше ине, гел яуаплы вазифалар башҡарҙы. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, халыҡ уны яратты, үҙ итте. Уның ябайлығы, эш һөйөүсәнлеге, яҡты күңелле булыуы, кешеләргә ауыр саҡтарҙа ярҙамға килергә әҙерлеге һәр кемде һоҡландырҙы. Ҡәҙерле туғаным, мин һине юҡһынам, гел күңелем түрендәһең. Ҡараңғы гүрҙәрең яҡты бул-һын, тыныс йоҡла, туғанҡайым. Фларид Ғәптелйән улын белеүселәрҙең, хөрмәт итеүселәрҙең бөгөн уны яҡты хәтирәләр менән иҫкә алыуҙарын һорайым.
Һеңлеһе Гүзәл.