Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
23 Октябрь 2020, 14:30

ҒАТАУЛЛИН В. Д.

19 октябрҙә 57 йәшендә хөрмәтле коллегабыҙ Ғатауллин Венер Дамир улы ҡапыл вафат булды.

В. Д. Ғатауллин Мәсетле районы “Коммунист” гәзите редакцияһына 1983 йылда эшкә килә. Хеҙмәт юлын әҙәби хеҙмәткәр булып башлай, 1983 йылдың декабренән фотокорреспондент итеп күсерелә. В. Д. Ғатауллиндың гәзит биттәрендә донъя күргән фотоматериалдары Башҡортостан Республикаһы Журналистар берлеге наградалары менән билдәләнде.
2001 йылдың ғинуарынан В. Д. Ғатауллин Мәсетле район типографияһы директоры итеп тәғәйенләнде. Был вазифала ул үҙен производствоны яҡшы ойоштороусы итеп күрһәтте, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бөтә механизмдарҙы һәм ҡорамалдарҙы үҙләштереп, электрохужалыҡ һәм полиграфия ҡорамалдары ремонтлау, яйға һалыу буйынса бөтә эштәрҙе үтәне. В. Д. Ғатауллиндың оҫта, тәжрибәле, ныҡышмалы һәм йүнсел булыуы һөҙөмтәһендә типография ҡыҫҡа ваҡыт эсендә офсет ысулы менән баҫыуға күсте.
Редакция һәм типография берләшкәндән һуң, В. Д. Ғатауллин “Наша жизнь” – “Беҙҙең тормош” редакция-нәшриәт комплексы дәүләт унитар предприятиеһы директор-мөхәррир урынбаҫары вазифаһын биләне һәм йөкмәтелгән бурыстарҙы яҡшы үтәне.
Эш башлаған ваҡыттан алып Рәсәй Федерацияһы Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы, Мәсетле районы хакимиәте тарафынан почет грамоталары менән бүләкләнде.
В. Д. Ғатауллин йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашты. Район Советы депутаты, профсоюз комитеты ағзаһы һәм рәйесе, оҙаҡ йылдар Салйоғот участка һайлау комиссияһы рәйесе булып торҙо.
Уның бар тормошо – һайлаған һөнәренә тоғро ҡалыу. Ул һәр саҡ ярҙамға килер ине, бер ваҡытта ла башҡаларҙың бәләһенә битараф булманы. Һүҙе менән генә түгел, эше менән дә ярҙам итер ине.
Ҡатыны Вераның, ҡыҙҙары Эльвира, Юлиә, Эльмираның, туғандары һәм яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Венер Дамир улы тураһында яҡты хәтирәләр беҙҙең күңелдә һәр саҡ һаҡланыр.
Редакция коллективы, редакция һәм типография ветерандары, элекке хеҙмәттәштәре.