Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
21 Октябрь 2020, 16:00

Тормош юлын лайыҡлы үтте

Редакцияға Ләмәҙтамаҡ ауылында йәшәүсе Гөлшат Хәйбуллинанан хат килде. Ул ҡәйнәһе – районыбыҙ тиңдәше Әсмәбикә Хәйбуллинаның яҙмышын һүрәтләй. Ошо көндәрҙә ҡайғылы хәбәр алдыҡ – Әсмәбикә инәйҙең йөрәге тибеүҙән туҡтаған. Бөгөн мәҡәләне тыл хеҙмәтсәне, ауыл эшсәне һәм күп балалы әсәнең яҡты иҫтәлегенә бағышлайбыҙ.

“Ҡатын-ҡыҙға килешә тыйнаҡ булыу, тыйнаҡлыҡтан алда йыйнаҡ булыу, тигән һүҙҙәр оло ихтирамға лайыҡ булған Ләмәҙтамаҡ ауылы ағинәйе Әсмәбикә Ғималетдин ҡыҙына бик тә таман.
Ул 1930 йылдың 11 октябрендә ғаиләләрендә иң өлкән ҡыҙ булып донъяға килә. Иң ҙур бала булғанғалыр, өй эштәре, туғандарын тәрбиәләү уның елкәһенә төшә. Бәләкәйҙән эшкә уңған, тырыш, аҡыллы, тәрбиәле булып үҫә. Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә уҡып, белем ала.
Һуғыш йылдарында яланда эшләй: иген йыялар, көлтә бәйләйҙәр. “Ул ваҡыттағы михнәттәрҙе һөйләп бөтөрөрлөк түгел”, – ти тыл ветераны. Бөтә халыҡ ниндәй ауырлыҡтар күрә, улар ғаиләһе лә шуны үҙ иңдәрендә татый. Тиҫтерҙәре менән эшкә йөрөгәндә беренселәрҙән була.
1950 йылдың 7 ноябрендә Хәйбуллин Хәкимйәнгә кейәүгә сығып, донъя көтә башлай. Тормош иптәше төрлө вазифалы эштәрҙә эшләй. Ҡатыны һәр ваҡыт уның терәге-таянысы була. Колхозда эшләгәнендә алдынғылар рәтендә килә, пенсияға сыҡҡансы ауыл советында йыйыштырыусы була.
– Иптәшем ауыл Советы председателе булып эшләгән осорҙа командировкаға килеүселәрҙе төшкө ашҡа гел өйгә алып ҡайтырға тура килә ине. Ауылда ашханалар юҡ бит инде. Нимә генә бешерһәм дә рәхмәт әйтеп китерҙәр ине. Эш сәфәре менән килгән яҙыусылар Рәми Ғарипов менән Рафаэль Сафиндар ҙа булып киттеләр беҙҙә, – тип хәтерләй Әсмәбикә Ғималетдин ҡыҙы.
Мин үҙем Хәйбуллиндар ғаиләһенә 1983 йылда килен булып төштөм. Иптәшемдең өләсәһе йәшәгән урынға өй һалып сыҡтыҡ, ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтерҙек. Ҡәйнәм менән ҡайным һәр ваҡыт ярҙам итеп торҙолар. Ҡәйнәм Әсмәбикә миңә төрлө кәңәштәр бирҙе, эшкә өйрәтте.
Йәй көнө бесән әҙерләргә күмәкләп урманға йөрөйбөҙ. Ҡәйнәм салғы менән бесән саба, ҡайным салғы тапай. Усаҡ яғып ашарға бешерә. Ҡәйнәмдең бер ҡасан да: “Уф, арыным”, – тигәнен ишетмәнем. Йәй көнө йорт тултырып ҡаҙ, өйрәк, тауыҡ ҡаранылар.
Тормош иптәше Хәкимйән Сабирйән улы менән ул алты бала тәрбиәләп үҫтергән, 17 ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарап үҫтерешергә лә ҙур ярҙам иттеләр. Һуңғы көнөнә ҡәҙәр ҡәйнәм тик ултырманы, донъя яңылыҡтары менән танышып барҙы, гәзит-журналдар уҡыны. Ул 17 ейән-ейәнсәренең, 22 бүлә-бүләсәренең һөйөүенә ҡойоноп йәшәне. Ауыл эшсәне лайыҡлы тормош юлы үтте”.
* * *
Ҡәҙерле әсәй-өләсәйебеҙ, ҡарт өләсәйебеҙ Хәйбуллина Әсмәбикә Ғималетдин ҡыҙын һуңғы юлға оҙатҡанда ярҙам иткән һәм ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡандарҙың барыһына ла – туғандарға, күршеләргә, дуҫтарға һәм таныштарға сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ҡәҙерле кешебеҙ беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Балалары, ейәндәре, бүләләре.