Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
31 Август 2020, 20:00

Үҙ һөнәренең оҫтаһы ине

30 август – шахтер көнө.

Шахтер һөнәре шахта эше менән таныш булмаған кешеләр өсөн ниндәйҙер мөғжизәле, серле булып тойола. Тәрән ер аҫтында кәйлә менән таш күмер соҡоған кешене һәр саҡ бысраҡ, ҡап-ҡара итеп күҙ алдына баҫтырабыҙ.
Шахтер һөнәре донъяла иң хәүефле һәм ҡурҡыныс һөнәрҙәрҙең береһе, тип иҫәпләнә. Ҡағиҙә булараҡ, уны ҡыйыуҙар, ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйырға ҡурҡмағандар ғына һайлай.
Вәғиз Әфризунов үҙ эшенә ғүмере буйы тоғро ҡалған таш күмер сығарыу белгесе ине. Ул 1963 йылда Ишәле ауылында тыуып үҫә. 14 йәшендә ғаиләһе менән Воркута ҡалаһына күсеп китә.
1978 йылда Вәғиз Марат улы Воркута ҡалаһындағы 3-сө һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Ер аҫты электрослесары һөнәрен үҙләштереп, ике йыл хәрби хеҙмәт бурысын тултырып ҡайтҡас, 1984 йылда Совет ҡасабаһындағы таш күмер сығарыу предприятиеһында эш башлай.
Йыш ҡына үҙенең тәүге эш көнө – нисек итеп 700 метр тәрәнлеккә төшөүе хаҡында һөйләр ине. Тәүҙә ул бик ныҡ ҡурҡа, ләкин ваҡыт үтеү менән шул тиклем был эшкә өйрәнә, хатта унан башҡа үҙенең тормошон күҙ алдына ла килтермәй. Йылдан-йыл шымара, оҫтара, шуның менән бер рәттән разряды ла күтәрелә.
Ул күп тапҡыр грамоталар һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнә, “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ була.
Вәғиз Марат улы күмер сығарыу эшенә ғүмеренең 30 йылын арнай, оло хөрмәткә лайыҡ була. 2014 йылда хаҡлы ялға сыҡты. Ул оҫта хеҙмәткәр генә түгел, ә яҡшы ғаилә башлығы ла булды.
Вәғиздең туғаны Эльбрус Әфризунов та шахтер булып эшләне. Уларҙың ата-әсәһе 90-сы йылдарҙа тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2019 йылда ҡәҙерле кешебеҙҙең һаулығы насарланып вафат булды. Уның тураһында яҡты хәтирәләр беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Ҡатыны
Зөлфиә ХИСМӘТУЛЛИНА,
Оло Ыҡтамаҡ ауылы.