Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
11 Август 2020, 18:10

НАСЫРОВ РИМ ӘМИР улы

Сирләгәндән һуң, 9 августа 80 йәшендә Эске эштәр министрлығы ветераны Насыров Рим Әмир улы вафат булды.

Ул 1940 йылдың 7 авгусында Башҡорт АССР-ының Йәрмәкәй районы Йәрмәкәй ауылында хәрби хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған.
Совет армияһы сафында хеҙмәт иткәндән һуң, 1962 йылда Салауат нефть химияһы комбинатында торба компрессоры машинисы булып эш башлай. 1962 йылдың май айында комбинат парткомы ҡушыуы буйынса, КПСС Үҙәк комитеты һәм СССР Министрҙар советының “Эске эштәр бүлеген нығытыу тураһында” ҡарары нигеҙендә, Салауат ҡалаһының Эске эштәр бүлегенә күсерелә. Шул уҡ йылда Елабуға махсус урта мәктәбенә уҡырға китә, уны тамамлап енәйәт эштәре буйынса инспектор булып эшләй.
Мәскәү ҡалаһында СССР Эске эштәр бүлегенең Юғары мәктәбен тамамлай. Башҡорт-остан Республикаһының Эске эштәр министрлығы етәкселеге тарафынан Мәсетле районы эске эштәр бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләнә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы, 18 йыл дауамында, шул вазифала эшләй. Уның тоғро хеҙмәте күп һанлы миҙалдар һәм Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының грамоталары менән баһаланды.
Рим Әмир улының Мәсетле районы эске эштәр бүлегендә эшләү осоронда район хоҡуҡ боҙоуҙар һәм енәйәт эше менән көрәштә Башҡортостан Республикаһы буйынса алдынғылар рәтендә килде. Ул квалификациялы белгестәр әҙерләүгә ҙур иғтибар бүлде, күп хеҙмәткәр-ҙәре артабан республикала баш-ҡа райондар эске эштәр бүлектәре менән етәкселек итте.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Рим Әмир улы эске эштәр бүлегенең ветерандар ойошмаһы менән етәкселек итте.
1991 йылда Башҡортостан Республикаһының Юстиция министрлығы тәжрибәле һәм юғары квалификациялы Рим Әмир улына Мәсетле районында нотариат эшен асыу һәм алып барыуҙы йөкмәтте. Бында ул 2008 йылға тиклем уңышлы эшләне.
Рим Әмир улы сағыу тормош юлы үтте, киләсәккә һәр ваҡыт ышаныслы ҡараны һәм әүҙем тормош позицияһында ҡалды. Ул кешелеклелек, интеллигентлылыҡ сифаттары, юғары профессионализм һәм тормошто яратыусанлығы менән айырылып торҙо.
Рим Әмир улы тураһында яҡты һәм изге хәтирәләр туғандары, яҡындары, дуҫтары һәм хеҙмәттәштәре күңелендә мәңге ҡаласаҡ.
Мәсетле районы буйынса эске эштәр бүлеге
шәхси составы һәм ветерандар советы.