Мин был яҙмамда Яңы Мөслим ауылында тыуып үҫкән хеҙмәт ветераны һәм бик күп почет грамоталарына лайыҡ булған иң ҡәҙерле кешебеҙ Мөбәрәкшина Нәғимә Хәлимулла ҡыҙы тураһында яҙып үтергә теләйем.
Әсәйебеҙ 1935 йылдың 22 июлендә районыбыҙҙың иң күркәм һәм матур ауылдарының береһе булған Яңы Мөслим ауылында Мөнирә һәм Хәлимулла Хөрмәтуллиндар ғаиләһендә бишенсе бала булып яҡты донъяға ауаз һала.
Әсәйебеҙ аҡыллы, сибәр, тәртипле булып үҫә, ул ваҡытта уҡыу түләүле булғанлыҡтан, унынсы класты тамамларға яҙмай. Шулай итеп, көн артынан көн, йыл артынан йыл үтә, әсәйебеҙ үҫеп етә.
1954 йылда үҙенең буласаҡ тормош юлдашын –атайыбыҙ Мөхәмәтхай Вәхит улын осрата һәм йәштәр шул уҡ йылда тормош ҡороп ебәрә. Матур итеп өй һалалар, бер-бер артлы өс ҡыҙҙары тыуа. Атайыбыҙ төҙөүсе-прораб булып, әсәйебеҙ колхоз эшендә, аҙаҡ инде колхоз-ара төҙөлөш ойошмаһында хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләнеләр.
Шулай пар күгәрсендәй гөрләшеп йәшәп ятҡанда, ун, һигеҙ, алты йәшлек ҡыҙҙарын һәм утыҙ бер йәшлек ҡатынын ҡалдырып, атайыбыҙ фажиғәле һәләк булды. Нисек кенә ауыр булмаһын, әсәйебеҙ түҙҙе, һынманы, һығылманы, йығылманы, бирешмәне. Бөтөн ҡайғыларын эш менән баҫып ғүмер юлынан ҡыйыу атланы, ғорур булды.
Беҙ бәләкәйҙән үк әсәйҙе аңлап үҫтек, уны күҙ ҡарашынан уҡ аңлай инек. Ул беҙҙе ҡаҡманы, һуҡманы, тейешле тәрбиәһен бирә белде. Уның изгелегенә, тырышлығына беҙ яҡшы уҡыуыбыҙ, тәртипле булыуыбыҙ менән яуап бирҙек.
Ғаиләләге өс ҡыҙ шул ваҡытта үҫеп етеп һәр беребеҙ үҙ юлы менән китә торҙо.
Мин техникум тамамлап, яҡшы эштәрҙә эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Ирем Дамир менән өс ул үҫтерҙек. Улар барыһы ла ғаиләле, балалар үҫтерәләр.
Һеңлем Рәзимә Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамланы һәм һөнәренә тоғро ҡалды. Кейәүебеҙ Нур менән ике ул үҫтерҙеләр, икеһе лә ғаиләле, балалар тәрбиәләйҙәр. Һеңлем дә, кейәүем дә, уларҙың ике улдары ла һөнәрҙәре буйынса юристар.
Иң бәләкәй һеңлем Лилиә ауыл хужалығы институтын тамамлап, бөгөнгө көндә Пенсия фондында эшләп йөрөй. Кейәүебеҙ Фәйзи менән ике ҡыҙ тәрбиәләнеләр. Өлкән ҡыҙҙары ғаиләле, кесеһе – медицина университеты студенткаһы.
Әсәйебеҙҙең теләктәре ҡабул булды. Балалары ғына түгел, ейән-ейәнсәрҙәре лә юғары белем алдылар, тик әсәй генә күрә алманы.
Ул бик уңған хужабикә ине, гөлдәр яратты һәм беҙгә шул сифаттарын биреп ҡалдырҙы.
2011 йылдың декабрь айында әсәйебеҙ мәңгегә күҙҙәрен йомдо, уның беҙҙең арала юҡлығы ныҡ һиҙелә. 22 июлдә уға 85 йәш тулған булыр ине.
Нишләргә һуң, тигән һорау менән
Киләбеҙ беҙ һүрәтең янына.
Үҙең булһаң әгәр, бындай һүҙҙәр
Килер инеме ни башыбыҙға?
Әсәйемде белгәндәр, туғандар, күршеләр матур итеп иҫкә алһындар ине.