Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
10 Июль 2020, 18:00

Ул фәнгә һәм тыуған төйәгенә ғашиҡ ине

Оло Аҡа ауылында республикалағы билдәле тарихсы һәм тыу-ған яҡты өйрәнеүсе Булат Дәүләтбаевты һуңғы юлға оҙаттылар.

2020 йылдың 3 июлендә Өфөлә 83-сө йәшендә билдәле ғалим, тарих фәндәре кандидаты, доцент, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы эшмәкәре Дәүләтбаев Булат Сабир улының йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Мәсетле районы халҡына ул тыуған ауылы Оло Аҡа тарихы буйынса уникаль хеҙмәттәре, районыбыҙҙағы тотош ауылдар хал-ҡының шәжәрәләре буйынса таныш. Тарихсының документаль эҙләнеүҙәре мәктәптә белем биреү процесында, тыуған яҡты өйрәнеү барышында, шәжәрә байрамы кеүек мәҙәни сараларҙы ойошторғанда бик тә урынлы булды.
Булат Дәүләтбаевтың тулы ҡиммәтле тормошо XX быуаттың һәм XXI быуат башының әһәмиәтле күп ваҡиғаларын сағылдырҙы. Ул 1937 йылдың 20 июлендә Шафиға Ғәзиулла ҡыҙы һәм Сабир Миннибай улы Дәүләтбаевтар ғаиләһендә беренсе бала булып донъя-ға килгән. Ата-әсәһе ғүмер буйы колхозда эшләй. Ғаиләлә тағы ла өс бала тәрбиәләнә.
Булат Сабир улы Дәүләтбаевтың тәүге бала саҡ хәтирәләре ауыр һуғыш йылдары менән бәйле. Атаһы фронтҡа алына, ә әсәһе көн һайын колхозға эшкә йөрөй. Бәләкәй ас балалар өйҙә үҙҙәре генә ҡала. Оло Аҡа урта мәктәбендә уҡыу йылдары һуғыштан һуңғы ауыр ваҡыттарға тура килә. Буласаҡ тарихсы белем алыу мөмкинлегенән ҙур кинәнес кисерә, киләсәккә бөткөһөҙ ышаныс менән ҡарай. Абруйлы юғары уҡыу йорттарын, шул иҫәптән Мәскәү дәүләт университетын тамамлаған юғары профессиональ педагогтар уҡыу-сыларында уҡыу теләге аса белә.
Булат Сабир улы тарихи әҙәбиәт менән мәктәп йылдарынан уҡ ҡыҙыҡһына. Уның әйтеүенсә, тәүге етди китабын ул рус теле менән бергә үҙләштерә. Тәүге биттәренән тәүҙә бөтөнләй аңлашылмаған китап аҙағына табан аңлайышлы була башлай. Буласаҡ тарихсыға ул ваҡытта 10 йәш тирәһе була.
Урта белем тураһында аттестат алғандан һуң, Булат Сабир улы Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға керергә ҡарар итә. Уның имтихандарҙы бик яҡшы тапшырыуы һәм артабан юғары уҡыу йортонда уңышлы белем алыуы йүнәлеште һайлағанда яңылышмауын раҫлай ғына. Ҡаршылыҡтарға юлыҡһа ла (уҡырға инергә теләгән тәүге йылда медицина белешмәһендә бала саҡта күҙендә трахома булыуы тураһында билдә арҡаһында университетҡа алыу-ҙан баш тарталар, сиҙәм ерҙәрҙе күтәреү эше ваҡытында барлыҡҡа килгән туберкулездан дауаланыу һөҙөмтәһендә уҡыуы туҡталып тора), буласаҡ ғалим юғалып ҡалмай.
Дипломлы белгес 1962 – 1966 йылдарҙа үҙе белем алған мәктәптә уҡыта. Хрущев идара иткән ул осорҙа илдә тормоштоң бар өлкәләре яңырыу кисерә. Мәктәпкә тере фекер килә. Ул ваҡытта Оло Аҡа урта мәктәбендә белем алған уҡыусылары Булат абыйҙарын төрлө кластан тыш саралар ойоштор-ған, серле тарих донъяһын асып биргән һәләтле педагог итеп хәтерләй. 1965 йылда йәш педагог Ҡазан педагогия институтының физика-математика факультеты студенткаһы Фәниә Шәйхетдин ҡыҙы Шәрәфетдиноваға өйләнә. Ул ярты быуаттан ашыу иренә һәр башланғыста ярҙамлаша, тормош ҡуйған ҡатмарлы мәсьәләләрҙе сабыр хәл итә.
1966 йылда яҡташыбыҙҙың яҙмышын хәл итерлек ваҡиға була – Б. С. Дәүләтбаев СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аспирантураһының көндөҙгө бүлегенә уҡырға керә. Өс йыл аспирантурала Башҡорт-останда фундаменталь тарих фәнен ойоштороусыларҙың береһе Хәмзә Фәтих улы Усманов (1923-2009) етәкселегендә аграр тарих буйынса махсуслаша. 1970 йылдың 3 декабрендә Мәскәүҙә СССР Фәндәр академияһы тарих институтының (хәҙер ул Рәсәй Фәндәр академияһының Рәсәй тарих институты тип йөрөтөлә) диссертация советында тарих фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә диссертацияны уңышлы яҡлай. Билдәле Рәсәй тарихсыһы Борис Григорьевич Литвак (1919 – 2002), диссертация яҡлағанда беренсе рәсми оппонент булып сығыш яһап, Булат Сабир улының эшенә юғары баһа бирә.
Мәскәүҙән, Ҡазандан һәм баш-ҡа ҡалаларҙан СССР Фәндәр академияһының СССР тарих институтынан Б. Г. Литвак, Мәскәү дәүләт университетынан Л. Г. Захарова, Ҡазан дәүләт университетынан М. А. Усманов кеүек билдәле совет тарихы фәндәре вәкилдәре менән аралашыу Булат Сабир улының ғалим булараҡ формалашыуында мөһим фактор була. Уның һәләтле тикшеренеүҙәре Рәсәйҙә генә түгел, ә халыҡ-ара кимәлдә танылыу яулай. Булат Дәүләтбаевтың 1983 йылда Мәскәүҙә “Фән” нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан “Отмена крепостного права в Башкирии” китабы “Kritika” америка журналында рецензиялана.
1978 йылдан 2007 йылға тиклем Б. С. Дәүләтбаевтың тормошо юғары мәктәп менән бәйле булды. Ул Башҡорт дәүләт педагогия институтының тарих факультетында уҡыта, 1980 – 1984 йылдарҙа факультет деканы вазифаһын баш-ҡара. 1983 йылда СССР министр-ҙар Советы ҡарамағында Бөтә Рәсәй аттестация комиссияһы уға доцент ғилми дәрәжәһе бирә, ә 1997 йылда ул “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы эшмәкәре” исеменә лайыҡ була.
Б. С. Дәүләтбаев уҡытыу эшмәкәрлеген фәнни тикшеренеүҙәр менән бергә алып бара. 1992 йылда тыуған ауылы Оло Аҡа тарихы буйынса иҫ китмәле китап сығар-ҙы. Ул ауылдар тарихы буйынса әҙәбиәт араһында бестселлер булып тора. Башҡортостан ауылдары тарихы буйынса ҙур белгес Ә. З. Әсфәндиәров фекеренсә, Булат Сабир улының эштәре – ул атайсалға, яҡташтарға, районға, республикаға ҙур һөйөү менән яҙылған һәм ауылдың үткәне, бөгөнгөһө тураһында документтар ярҙамында ныҡлы нигеҙләнгән эш.
1990 йылдар башында Б. С. Дәүләтбаев Башҡортостанда беренселәрҙән булып район ауылдары барлыҡҡа килеүе һәм формалашыуы тарихы менән тығыҙ бәйле документаль материалдар нигеҙендә шәжәрә тикшеренеүҙәрен әҙерләй башлай. Булат Сабир улы Мәсетле районы ауылдарының халыҡ иҫәбен алыу архив документтарын ентекләп йыя, ерле халыҡты шәжәрә эштәрен алып барыу өсөн мәғлүмәт базаһы менән тәьмин итеү республикала ғына түгел, тотош илдә яңы йүнәлеш була. Ғалимдың ваҡытынан алда барыуы бәхәсһеҙ. Һуңынан Рәсәй-ҙә ысын генеалогия хәрәкәте башлана, ә Башҡортостанда шәжәрә байрамдары уҙғарыла башлай. Бөгөн интернет төрлө генеалогик сайттар менән тулы.
Шуныһын билдәләп үтергә кәрәк: Б. С. Дәүләтбаев 1990 йылдар-ҙа бер үҙе, ҡулдан, заманса техник сараларһыҙ шәжәрә төҙөүгә күп көс һалған. Тынғыһыҙ хеҙмәт ғалимдың инаныу нигеҙендә йәштәргә үҫешергә, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡларға, үҙ фамилияларының килеп сығыу тарихына иғтибар йүнәлтеү өсөн булдырылған. Һөҙөмтәлә Булат Сабир улының “Һинең шәжәрәң” (2-5 сығарылыш. Оло Ыҡтамаҡ, 1993 – 1997) тип исемләнгән эштәре донъя күрә. “Аҡаларҙың нәҫел сылбыры (Аҡалар-ҙың шәжәрәһе: Башҡортостан Республикаһы Оло Аҡа ауылы хал-ҡының дәүләт иҫәбен алыу)” (Өфө, 2004). Был китаптар халыҡ араһында ҙур һорау менән ҡулланыла, шунлыҡтан 2006, 2012 йылдарҙа ҡайтанан баҫтырыла. Б. С. Дәүләтбаев тыуған яҡты өйрәнеүгә йүнәлтелгән райондағы һәр эште хуплай, күп төрлө конференцияларҙа сығыш яһай, мәктәптәрҙә музейҙар булдырыуға ҙур көс һала. Тыуған яҡты өйрәнеү мәсьәләһе ғалимды ғүмеренең ахырынаса борсой.
Ғалим үҙенең васыяты буйынса Оло Аҡа ауылында ҡәрҙәштәре янында ерләнгән. Ауылдаштарының һорауы буйынса, күренекле ғалим менән хушлашыу үткән йома, 3 июлдә, мәсет алдында булды. Булат Сабир улы Дәүләтбаевтың фундаменталь фән өлкәһендәге ҡаҙаныштары, йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүҙәге эштәре, район халҡының аңын үҫтереүҙәге хеҙмәттәре уның хаҡында мәңгелек хәтер булып хеҙмәт итәсәген билдәләне Оло Аҡа халҡы.
Булат Сабир улы күренекле ғалим, ысын кеше, фәнгә һәм тыуған яғына ғашиҡ кеше ине. Әлбиттә, бындағы ҡыҫҡаса мәғлүмәттәр уның төбәк тарих фәндәре үҫешенә һалған көсөн, әхлаҡи сифаттарын тулыһынса сағылдырмай. Тарихсының бар булмышы – донъяға булған ҡараштары, тоғролоғо, ябай халыҡҡа булған шәф-ҡәтлелек.
Туғандары, яҡындары, дуҫтары.