Бөгөн һеҙгә, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, ошо шәхескә бәйле үҙ ҡарашымды еткерге килә, сөнки ул халҡына, йәш быуынға белем биреүгә тос өлөш индерҙе. Хатта ул Баш-ҡортостан партия етәксеһе Шакиров ваҡытында, 1980 йылда, Ҡорғат ауылын күтәреүҙә ҡатнашты: мәктәп, мәҙәниәт йорто, балалар баҡсаһы төҙөлдө.
Борис Баяз улының вафатынан һуң район гәзитендә некролог баҫылып сыҡты, уның тормош юлы яҡтыртылды. Әммә ошоға өҫтәп, район мәғарифы тарихына бәйле бик мөһим мәғлүмәтте еткерге килә.
Миңә Борис Баяз улы Шафиҡов менән бергә оҙаҡ аралашып эшләү бәхете тейҙе. Уның вуз тамамлап эшкә килгәнендә минең 15 йыллыҡ мәктәптә һәм ике йыл район методик кабинетында эшләү тәжрибәһе бар ине.
Был ҡыҫҡа ғына гәзит материалында уның район мәғарифы тарихы музейын асыу-ҙағы эшмәкәрлегенә туҡталып китке килә, сөнки һәр яңы эш, бигерәк тә музейға бәйле мәсьәлә, түрәһеҙ, финансһыҙ хәл ителмәй.
Район мәғариф бүлегенән хаҡлы ялға сыҡҡас, район музейын етәкләнем. 2013 йыл һуңында унан китергә тура килде. Ошо ваҡыттарҙа район мәктәптәренең 39 мәктәптән 24-кә генә ҡалыуы бик бошондорҙо. Райондағы 500 педагог эшләгән бюджет ойошмаһы музейы төҙөү проектын эшләнем, күп мәғлүмәт туп-ланды. Бында район мәктәп коллективтарын, балалар баҡсаларын йәлеп итергә кәрәк ине. Быны нисек тормошҡа ашырырға һуң? 2013 йыл һуңында район мәғариф бүлеге мөдире Борис Шафиҡов кабинетына индем. Уға үҙ проектымды күрһәткәс, ул: “Марат ағай, изге эш башлап йөрөйһөгөҙ. Финанс яғын ярҙам итергә тырышырмын”, – тип ҡулын бирҙе. Штаб етәксеһе итеп Эльмира Әлзәм ҡыҙы Яҡупова тәғәйенләнде. Мәктәптәр, балалар баҡсаларына үҙ мәктәптәре тарихын альбомдарға тултырып тапшырыу йөкмәтелде. Эйе, мәғариф бүлеге, мәктәптәр етәкселеге был мөһим эшкә яуаплы ҡараны.
Башланған эшебеҙ бушҡа китмәне, ике йылда материал әҙер булды. Әммә музейҙы асыу, бинаһын хәл итеү мәсьәләһенә килеп еткәс, Борис Баяз улына бәйле булмаған сәбәп менән эш туҡтаны. Һуңынан, музей асылғас, Борис Баяз улы Шафиҡов минән ғәфү үтенде: “Марат ағай, үҙем эшләгәндә музейҙы аса алманым. Ләкин мин үҙ бурысымды үтәнем, минең менән ризаһыңмы?” – тине.
Бына шулай тротуарҙа һөйләшеү булды. Үҙе бөгөн баҡыйлыҡта. Уның ҡатмарлы шарттарҙа мәғариф музейы булдырыуҙағы хеҙмәтен район йәмәғәтселеге танырға тейеш. Мин уны ысын совет директоры итеп беләм. Ул үҙ һөнәренә тоғро ҡалды. Тимәк, Шафиҡов Борис Баяз улы был фани донъяла юҡҡа йәшәмәгән, үҙ миссияһын үтәгән. Ә хәҙер, дуҫым, тыныс йоҡла!
Марат ҒАФАРОВ,
тыуған яҡты өйрәнеүсе,
мәғариф ветераны.