Мәсетле тормошо
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
23 Март 2020, 19:00

Ҡәҙерле кеше менән һөйләшеү

Ҡайһылай тиҙ үтә ғүмерҙәр...

Ҡәҙерле Геннадий Алексеевич (деда Гена), һине ерҙә күҙгә күренмәгән алыҫ донъяға оҙатҡанға иртәгә ун йыл тула. Барыбыҙ ҙа ул илдә ҡасандыр бер буласаҡбыҙ, әлбиттә.
Ошо ун йылды һинһеҙ нисек йәшәнек һуң?
Антонина Николаевна (баба Тоня) үҙен ныҡ тота, баҡсаһында эшләүен дауам итә. Быйыл өйөндә капиталь ремонт яһаны. Андрей “Тепличная” ла икенсе ҡатты күтәреп бөтөрҙө, участкаһында бына тигән баҡса эшләп ҡуй-ҙы. Даша институт тамамланы, эшләп йөрөй, һинең кеүек ҡара сәсле, аҡыллы, хәстәрлекле йәш кешене осратты. Маша уҡыуҙа ла, ижадта ла тик “биш”кә өлгәшә – гитарала уйнай, театр студияһында сығыш яһай. Марина менән Олег ал-ял белмәй хеҙмәт итәләр, шулай уҡ донъябыҙҙың ожмахҡа тиң иҫ китмәле ерҙәре буйлап сәйәхәт ҡылалар. Денис “картинка” кеүек – матур, һомғол. Антон юриспруденция киңлектәрен үҙләштерә. Катя – өй йылыһын һаҡлаусы.
Һинең бүләсәрең Кира менән бүләң Даниил тыуҙы. Тормош дауам итә...
Һин эргәбеҙҙә булғанда беҙ һиңә рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе бик аҙ әйттек. Һин тәү сиратта башҡалар – ҡатының, балаларың, ейәндәрең, туғандарың, дуҫтарың, күршеләрең тураһында уйланың, хәстәрлек күрҙең.
Үҙең тураһында уйламаның да. Бары бер генә тапҡыр беҙҙән бер нәмә – кәбеҫтәнән билмән һораның. Башҡа бер нәмә лә кәрәк түгел ине һиңә...
Һин беҙҙе бөгөн дә ҡурсалап тораһың, беҙ быны беләбеҙ.
Магазинда һатып алырға йыйын-ған берҙән-бер фасондағы һәм үлсәмдәге кейем бар. Ә баба Тоняға кәрәкле әйберҙе һәм инструментты ҡай-ҙан табырға икәнлегенә ишара биреп тораһың. Андрейға ла ярҙам иттең – иҫке автомобилен уңышлы ғына һатып ебәрҙе. Мине иһә матур сәскәләр магазинына юлыҡтыраһың.
Иҫән сағыңда улың тураһында нисек хәстәрлек күрҙең! Башҡаларҙа булмаған модалы нәмәләр – сәкәне лә, мопеды ла бар ине унда. Ул һинең ғорурлығың һәм өмөтөң булды!
Һинең хаҡта яҡты иҫтәлек йөрәктәребеҙҙә мәңге һаҡланасаҡ. Һиндә булған көс, еңелмәҫ рух, аҡыл һәм ғаилә, йәмғиәт файҙаһына хеҙмәт итеү беҙҙә һәм балаларыбыҙҙа ла сағылыш тапһын!
Урамдарҙа гөрләүектәр аға,
Килә ергә ғүмер яҙҙары.
Ҡәҙерлебеҙ, һин булмағас янда,
Яҙҙарҙың да юҡ бит наҙҙары.
Йәйҙәрендә селлә эҫеләр ҙә
Йылытмай шул беҙҙең йәндәрҙе.
Гөлдәр ҙә һинһеҙ сәскә атмай
Йәйҙәрҙең дә тоймайбыҙ йәмдәрен.
Алмаларың, сейәләрең бешкән
Йыярға юҡ һин көҙҙәрҙә.
Әрнеү-һағыш беҙҙең йөрәктәрҙә,
Ҡанлы йәштәр тама күҙҙәрҙән.
Дүрт миҙгелдең һәр көнөндә
Юҡһынып беҙ һине көтәбеҙ.
Бер мөғжизә булып эргәбеҙгә
Ҡайтырһың, тип өмөт итәбеҙ.
Геннадий Алексеевич Крючковты белгәндәр һәм хәтерләгәндәр уны йылы һүҙҙәр менән иҫкә алһын ине.
Һүрәттә: Геннадий Крючков артҡы рәттә уртала аҡ күлдәктә.
Крючковтар, Душкиндар, Чебыкиндар.